Беҙҙең районда бар күңелен балаларға, яратҡан эшенә бағышлаған уҡытыусылар бихисап. Уларҙың һәр береһе маҡтауға һәм оло хөрмәткә лайыҡ. Өлкән, тәжрибәле уҡытыусыларҙан йәш белгестәр ҙә ҡалышмай.
Ошо көндәрҙә Иҫке Собханғол мәктәбендә матур йолаға әүерелгән «Йәш белгестәр» фестивале ойошторолдо. Унда барлығы 13 педагог ҡатнашты. Физкультура, урыҫ теле, инглиз теле, биология, физика, математика фәндәренән асыҡ дәрестәр күрһәтелде, артикуляцион күнегеүҙәр үткәрелде. Тәжрибәле уҡытыусылар Лилиә Черкасова, Флүрә Ғүмәрова, Резеда Сәғитовалар конкурсанттарға үҙ кәңәштәрен бирҙе, яҡшы дәрес серҙәре менән бүлеште, йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.
Аҙаҡ инде программа буйынса йәш белгестәр «Мин ни өсөн уҡытыусы һөнәрен һайланым?» темаһына эссе яҙҙы, йыл дауамында башҡарған эштәрен барланылар.
Был фестиваль бар йәш уҡытыусылар өсөн фәһемле лә, ҡыҙыҡлы ла булды. Барыһы ла йылы тәьҫораттар, яңы ижади үрҙәргә дәртләнеп, яҡты хыялдар менән таралышты.