+1 °С
Ҡар
VK
OK
Telegram
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
19 Май 2018, 15:17
Файҙалы һабаҡ алдыҡ
Күмәкләп «Синыфтан тыш дәрес» фильмын ҡарарға барҙыҡ. Көн һайын гимназиябыҙҙа күргән апай-ағайҙарыбыҙҙың ысын кинола уйнауҙарын күреү миңә бик оҡшаны. Фильмдың күп өлөштәре беҙҙә төшөрөлгәнгә күрә, күмәк сәхнәләрҙә үҙебеҙҙе лә таптыҡ.
Күмәкләп «Синыфтан тыш дәрес» фильмын ҡарарға барҙыҡ. Көн һайын гимназиябыҙҙа күргән апай-ағайҙарыбыҙҙың ысын кинола уйнауҙарын күреү миңә бик оҡшаны. Фильмдың күп өлөштәре беҙҙә төшөрөлгәнгә күрә, күмәк сәхнәләрҙә үҙебеҙҙе лә таптыҡ.
Төп ролдәрҙе лә беҙҙең гимназияныҡылар ышандырырлыҡ итеп башҡарҙы. Бигерәк тә өлкән синыф уҡыусыһы Данисты уйнаған Азамат ағай Шаһисолтанов күңелемде тетрәндерҙе. Бөгөнгө ҡала малайҙарының заманса шөғөлдәрен, нисек буш ваҡыттарын үткәреүҙәрен дөрөҫ күрһәтте. Уның тормошҡа, кешеләргә ҡарата фекеренең үҙгәрә барыуы, һеңлеһенә һәм иптәштәренә һәйбәт өлгө күрһәтеүе бөтәбеҙгә лә файҙалы һабаҡ булды. Ә һеңлеһе ролен башҡарыусы Әлиә Хөснөтдиновала күп ҡыҙҙар үҙҙәрен танығандыр.
Бөгөн беҙ ололарға ихтирамлы, иғтибарлы булыу кеүек ябай ғына ҡылыҡтарҙың да тормошто йәмлерәк итеүен аңланыҡ. Ысынлап та, бөтәбеҙ өсөн был фильм синыфтан тыш дәрес булды: атай-олатайҙарыбыҙҙы хөрмәт итергә, илебеҙҙең данлы тарихи үткәнен онотмаҫҡа, бер-беребеҙгә изгелекле булырға өйрәнеп ҡайттыҡ.
Илдар ТИМЕРҒӘЛИЕВ, IV cиныф уҡыусыһы.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия.
Читайте нас:
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...