Республика балалар белем биреү технопаркында техник ижад буйынса «XXI быуат лабораторияһы» тип исемләнгән республика фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Унда Аҡъярҙағы 1-се, 2-се мәктәптәрҙән, Һамар, Маҡандан 6 уҡыусы районыбыҙ данын яҡланы. Балалар тикшеренеү эштәре менән программалау, компьютер технологиялары, компьютер графикаһы һәм анимация, конструкторлау секцияларында сығыш яһаны.
Конференцияға йомғаҡ яһағанда баһалама төркөмө беҙҙең уҡыусыларҙың эштәрен билдәләп, уларҙы юғары баһаланы. Мәҫәлән, Аҡъярҙағы 1-се мәктәптән Ғәлинур Мөхәмәтйәнов «Компьютер графикаһы һәм анимация» буйынса призёрҙар рәтенә инеп, II урын яуланы. Афарин, ҡотлайбыҙ!