Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты йыл һайын башҡорт телендә «Илһам» конкурсы үткәрә. Һәләтле балалар үҙәге менән берлектә уҙғарыла ул. Бәйге VIII – XI синыф уҡыусылары өсөн ойошторола. Башта дистанцион рәүештә ике этапты үтергә кәрәк. Ә инде еңеүселәрҙе Өфөгә саҡыралар.
Һынауҙарҙы уңышлы үтеп, мин дә баш ҡалаға өс көнгә саҡырыу алдым. Конкурс ике йүнәлештә ине: тележурналистика һәм ижади эштәр төрө. Республика кимәлендә уҙғарылғас, төрлө райондарҙан һәләтле, аҡыллы балалар йыйылған. Беҙ бер-беребеҙ менән тиҙ арала танышып, дуҫлашып та өлгөрҙөк. Тәүге көндө университеттың етәкселәре менән аралаштыҡ, уҡыу йорто буйлап экскурсияла йөрөнөк. Шулай уҡ «Тулҡын» берләшмәһендә булдыҡ, «Илһам» конкурсының беренсе ҡатнашыусылары менән күрештек. Улар үҙҙәренең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Ә инде икенсе көндө яҙыусы Таңсулпан Ғарипова һәм журналист Мөнир Ҡунафин менән осрашыу булды. Таңсулпан апай беҙгә маҡсат ҡуйып йәшәргә кәрәклеген аңлатты, Мөнир ағай повесть яҙыу серҙәрен систе. Башҡортостан юлдаш телевидениеһына ла барып, яңылыҡтар программаһын нисек сығарғандарын, дикторҙар эшен күҙәттек.
Шул уҡ көндө Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма тетрында «Әбейүшкә@эт тущка.ru» исемле спектаклен ҡараныҡ. Комедия барыбыҙға ла оҡшаны.
Һуңғы көндө шағирә Лариса Абдуллина менән осраштыҡ. Йәнле әңгәмәбеҙ Салауат Юлаев, туған телебеҙ, милләтебеҙ, башҡорт мәҙәниәте хаҡында барҙы. Уның менән Өфөнөң матур урындарында булдыҡ.
Был конкурста еңеүселәрҙе, призёрҙарҙы университеттың башҡорт филологияһы деканы, профессор Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмситова ҡотланы һәм уҡырға килергә саҡырҙы.
Шулай итеп, өс көнөбөҙ тиҙ арала үтеп тә китте. Үҙемә әллә күпме фәһемле мәғлүмәттәр алдым, яңы дуҫтар таптым. Конкурсҡа мине әйҙәүсе, башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләгән уҡытыусым Гөлсөм Урал ҡыҙы Йылҡыбаеваға сикһеҙ рәхмәтлемен. «Илһам»дан илһам алып ҡайттым. Уҡыусыларға ҡанат ҡуйыусы ижади бәйге күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр.