+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Сәсәнгә тиң кем булыр?

Районыбыҙҙа мөнәжәтселәр конкурсы уҙғарылды. Өлкәндәр менән бер рәттән был күркәм сара­ла балалар ҙа ҡатнашты. Уҡыу­сылар араһында Ас­ҡар музыка мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Гөлнур Илья­сова еңеүсе булһа, Рысҡужанан Илдар Мәһәҙиев – икенсе, Ишҡолдан Азамат Һаҙыев өсөнсө урынға сыҡты.

Ә май байрамдары алды­нан район үҙәге Асҡарҙа йәнә мәктәп уҡыусылары араһында «Сәсәнгә тиң кем булыр?» бәйгеһе ойош­торолдо. Балаларҙың сы­ғы­шын үҙебеҙҙә генә түгел, республикала танылыу яулаған билдәле сәсәниәләр Хәнифә Әүбәкирова, Вәси­лә Садиҡова, Фатима Һибә­това һәм Урал аръяғы «Өлкәр» һәләтле балалар­ҙы кү­тәрмәләү хәйриә фонды рә­йесе, үҙе лә күп тап­ҡыр­ҙар сәсәндәр ярышында еңеү­ҙәр яулаған яҙыу­сы, Баш­ҡорт­остандың ат­ҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәүлит Ямалетдинов баһаланы.

Йыйынды асып, «Йәй­ғор» ойошмаһының бюро ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдын­ғыһы Фәнүзә Биктимерова һүҙҙе жюри ағзаларына бир­ҙе. Уларҙың сығышынан күптәр ҡобайыр-әйтештәрҙең ҡоро һүҙ һөйләүгә генә ҡоролмауын, ә көй-моңо, ритмик үҙенсәлектәре менән тотош халыҡҡа оран булып яңғы­рар­ҙай бөйөк төшөнсә булыуына инанды.

Зөһрә Кашапова, «Йәйғор» әҙәби берекмәһе етәксеһе.

Әбйәлил районы.
Читайте нас: