Мәктәбебеҙҙә уҡыу алдынғылары слёты уҙғарылды. Был сарала тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшкән 60 уҡыусы, уларҙың ата-әсәләре һәм уҡытыусылар ҡатнашты. Ҡасандыр беҙҙә уҡыған, хәҙер инде етәксе урындарҙа эшләгән, мәктәп менән тығыҙ бәйләнеш тотҡан мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа саҡырылғайны.
«Бишле»гә генә уҡыусылар беҙҙә күп кенә. Шулар араһынан VII синыф ҡыҙҙары Рәсимә Тулыбаева менән Наҙгөл Хәсәнова тураһында бик күп һөйләргә була. Сөнки уларһыҙ бер спорт ярышы ла үтмәй. Мәктәптең саңғы, мини-футбол, шашка, баскетбол командаһы ағзалары ла булып торалар. Саңғы буйынса шәхси беренселектә беренсе урынды берәүгә лә биргәндәре юҡ.
Уҡыусыларҙы ҡотлау төрлө номинациялар буйынса алып барылды. «Фән йондоҙлоғо» тигәнендә еңеүселәрҙе тәбрикләү өсөн һүҙ мәктәп директоры Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаевҡа һәм хаҡлы ялдағы уҡытыусы Көнһылыу Зәки ҡыҙы Ҡотлобаеваға бирелде. Был йүнәлештә төрлө олимпиада, ғилми эҙләнеү эштәрендә алдынғылар бүләкләнде. Ауыл хакимиәте башлығы Айрат Зиннур улы Салауатов һәм «Дуҫлыҡ моңо – 2017» төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе, үҙешмәкәр йырсы Айрат Баязитов «Сәхнә йондоҙҙары» номинацияһында еңеүселәрҙе тәбрикләне. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәктәптең элекке етәксеһе Роберт Ишдәүләт улы Баязитов менән мәктәп коллективына һәр яҡлап та ярҙам итеп тороусы «Ағинәйҙәр» ойошмаһы етәксеһе, хаҡлы ялдағы математика уҡытыусыһы Нәсимә Әхмәҙиә ҡыҙы Науразбаева «Спорт йондоҙҙары» еңеүселәрен һәм уларҙың ата-әсәләрен сәхнә түренә саҡырҙы. «Әҙәбиәт күгендә балҡыусы яҡты йондоҙҙар»ҙы ҡотлау мәктәптең элекке етәксеһе Зөһрә Әхмәҙиә ҡыҙы Айытҡолова менән Бөрйән урман хужалығы директоры Илшат Ғәлимйән улы Ишбулатов өлөшөнә тейҙе. Төрлө район конкурстары, агитбригада сығыштарының алыштырғыһыҙ ҡатнашыусыларын ауылыбыҙҙың әүҙем эшҡыуарҙарының береһе Нәйлә Әхмәт ҡыҙы Зәйнуллина һәм «Уралсиб» банкы филиалын етәкләүсе Илһам Мәхмүтдин улы Аҙанғолов ҡотланы. Синыф тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, һәр эшкә яуаплы ҡараған уҡыусылар «Әҙәп-әхлаҡ йондоҙсоҡтары» номинацияһында билдәләнде. Район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге етәксеһе Артур Азамат улы Ғәлин менән ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләүсе, хаҡлы ялдағы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәниә Солтангәрәй ҡыҙы Яҡшыбаева уларға изге теләктәрен еткерҙе.
Ҡотлауҙар мәктәп уҡыусыларының, «Азамат» һәм «Саптар» өлгөлө бейеү ансамблдәренең сығыштары менән үрелеп барҙы. Алдынғы уҡыусыларҙың, ата-әсәләрҙең дә теләктәре, рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны.
Быйылғы уҡыу йылын бик уңышлы тамамларға йыйына беҙҙекеләр. Ә уҡыу алдынғылары слётында ҡатнашыусы биш уҡыусыбыҙ алтын миҙалға дәғүә итә. Уларҙың Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы биреүҙәрен теләйбеҙ.
Бөгөн мәктәптең йөҙөк ҡашы булған уҡыусылар киләсәктә мотлаҡ халҡыбыҙҙың ғорурлығына әйләнер, арҙаҡлы шәхестәр сафына баҫыр, был йыйын уларға этәргес көс бирһен.