+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ижад һандығы серле

Уҡытыусы – донъялағы иң изге, иң мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһе. Балалар күңеленә белем нурҙары һала, киләсәккә ғилем үрҙәрен яуларға ҡанаттар ҡуя, тормош һабаҡтары бирә.

Уҡытыусы – донъялағы иң изге, иң мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһе. Балалар күңеленә белем нурҙары һала, киләсәккә ғилем үрҙәрен яуларға ҡанаттар ҡуя, тормош һабаҡтары бирә. Бына шундай сифаттарға эйә булған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлнисә Алдырханова-Кәримованың ҡала кимәлендә «Һандығым семәрлелер, күңелдәрем серлелер» тигән ижад кисәһе үтте. Уны өләсәй һәм ейән булып, Башҡортостандың халыҡ һәм ат­ҡаҙан­ған артистары Нурзиә Әбдрәшитова менән Фәрүәз Урманшин алып барҙы. Семәрле һандыҡтағы әйберҙәр аша концерт программаһы үрелеп барҙы. Әлнисә Рәхимйән ҡы­ҙы һүҙҙәренә ижад ителгән йыр­ҙарҙы Сибай филармонияһы артис­тары, «Сулпылар» республика конкурсы еңеүселәре Уралиә Кинйәбулатова, Линара Камалетдинова, Арыҫлан Күсәмешев, «Йондоҙ» студияһы йырсылары (етәксеһе – Әлфиә Балхина), «Сулпан» өлгөлө вокаль ансамбленән Динар Ҡотлобаев (Гүзәл Баянова), «Миләш» халыҡ вокаль ансамбле йырсылары (Мәмдүҙә Илбәкова) башҡарҙы. «Яугел» ҡумыҙсылар халыҡ ансамбле (Дилара Рафиҡова) сығышы ла күңелебеҙгә хуш килде. Әйткәндәй, остазыбыҙ – 100-гә яҡын йыр һүҙҙәренең авторы ла. Уның ижад емештәренә Юлай Үҙәнбаев, Юлай Моратов, Әлфиә Зиннурова, Рәмил Туйсин, Илнур Ҡәләмов, Илдар Ғәлимов, Рөстәм Ғиззәтуллин, Әлфиә Балхина, Рәил Өмөтбаев, Ишморат Илбәков, Зөһрә Кинйәбулатова, Гүзәл Баянова, Мәмдүҙә Илбәкова, Илшат Яхин, Булат Йәнекәев, Ринат Өмөтҡужин, Таһир Ҡарағоловтар көй яҙған.
Матур юбилей байрамында уҡытыусымды яҡташтары – Моҡас ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Илдар Бүләкәнов һәм уның хәләл ефете Зәлиә Талипова-Бүләкәнова (Әлнисә Рәхимйән ҡыҙының уҡыу­сыһы), БДУ-ла бергә уҡыған төркөмдәштәре –«Йәншишмә» гәзитенең баш мөхәррире Мирсәйет Юнысов, «Тамаша» журналының бүлек мөхәррире Сәриә Ишемғолова, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се башҡорт балалар йорто директоры Фәнисә Бәҙретдинова, Белорет районы Аҙналы мәктәбе директоры Айрат Тажетдинов, республика баш­ҡорт теле уҡытыусылары конкурсында Гран-при алып, Мәскәүҙә еңеү яулап ҡайтҡан Ишембай ҡалаһынан Фаягөл Әмирханова, Сибай ТВ мөхәррире Гөлсәриә Әбилевалар ихлас тәбрикләне. Мирсәйет Ғүмәр улы гәзиткә даими яҙылған һабаҡташын отош уйынында еңеүсе булып сығыуы менән ҡотлап, гәзиттең махсус бүләген тапшырҙы. Интернат-гимназиябыҙ директоры Роза Бикбова ла ҡотлауҙарын еткерҙе. Унан Әлнисә Алдырханова һүҙҙәренә, Юлай Үҙәнбаев көйөнә яҙылған гимназия гимнын беҙҙең гимназистар дәртләнеп йырланы.
Үҙен беҙ мәктәптә тәжрибәле уҡытыусы тип кенә белгәнбеҙ, ә ул төрлө яҡлы талантлы шәхес булып сыҡты. «Миләш» халыҡ вокаль ансамблендә лә йырлай, мәҡәләләр, шиғырҙар, әҫәрҙәр, сценарийҙар яҙа, үҙе алып барыусы, һигеҙ китап авторы. Бигерәк тә гимназиябыҙҙың бай тарихын туплаған «Интернатта нығый пар ҡанат» исемле ҙур китап сығарыуы мәктәбебеҙ өсөн ҙур ғорурлыҡ.
Апайыбыҙ Сибай интернат-мәктәбендә етенсе синыфта уҡығанда «Башҡорт­остан пионеры» (хәҙерге «Йәншишмә») гәзитенең «Йәш хәбәрсе» танытмаһына эйә булһа, әле үҙенең өс уҡыусыһы – «Йәншишмә» гәзитенең йәш хәбәрселәре. Шулар­ҙың береһе – мин һәм «Аҡ ҡауырһын» түңәрәгенә йөрөүселәр етәксебеҙ Әлнисә Рәхимйән ҡыҙына сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Беҙгә ижад серҙәрен өйрәтеп кенә ҡалмай, күптәрҙең ижад китаптарын сығарышты. Ул республика кимәлендә фән олимпиадаларында һәм төрлө конкурс­тарҙа тиҫтәләгән еңеүсе балалар тәрбиәләгән, республикабыҙҙа оло абруй ҡаҙанған билдәле уҡытыусы. БДУ-нан йыл һайын практика үтеүселәрҙе лә матур итеп ҡаршылай.
Шундай һоҡланғыс уҡытыусыбыҙ, кәңәшсебеҙҙең юбилей кисәһенән илһамланып ҡайттыҡ. Алла бирһә, киләсәктә йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, остазыбыҙ һалған изгелек юлынан һынатмайынса алға барырға тырышырбыҙ.

Лиана СӘҒИТОВА, йәш хәбәрсе.


Сибай интернат-гимназияһы.
Читайте нас: