Әбйәлил районы Асҡар ауылында «Йыл уҡыусыһы – 2018» конкурсы үткәрелде. Бәйгелә иң шәп, әүҙем, белемле уҡыусылар көс һынашты. Ул төрлө этаптарҙан торҙо: портфолио, таныштырыу, «Әбйәлил – тыуған яғым» темаһына проект, музыкаль номер. Ошо бөтә һынауҙарҙы ла лайыҡлы үтергә кәрәк ине. Ярыш ҡыҙыу барҙы. Ә Гран-приға Таһир Күсимов исемендәге гимназияның XI «А» синыфы уҡыусыһы Иҙел Хәкимов лайыҡ булды.
Ул ошо бәйге тураһында бына нимәләр һөйләне:
– Мин быйылғы уҡыу йылында «Тормош һабаҡтары» фәне буйынса республика олимпиадаһында ҡатнашып, призёр булғас, әлбиттә, был ярыш еңел һымаҡ ине. Проект эшемдең темаһы: «Әбйәлил районында этнотуризм», сөнки мин тыуған еремдең тарихы, мәҙәниәте менән ныҡ ҡыҙыҡһынам. Визиткам «Үҙеңдең эҙеңде ҡалдыр» тип аталды. Оҫталыҡ дәресе лә үткәрҙем. «Йәшлек», «Сулпан» бейеү ансамблдәре солисы булараҡ, тәжрибәм менән уртаҡлаштым. Бәйгелә ҡатнашыусылар бөтәһе лә көслө, сәмле ине. Туған телемде, еремде, мәҙәниәтемде, тарихымды яҡшы белеү миңә көс, дәрт бирҙе һәм еңеүгә алып килде, тип уйлайым.
Ҡатнашыусылар бөтәһе лә ныҡлы әҙерләнгәйне. Миңә бәйге оҡшаны, үҙем өсөн күп нәмә алдым.
Әйткәндәй, Иҙел ағай – беҙҙең гимназияның иң әүҙем уҡыусыһы, йондоҙо, тип әйтергә була. Ул шул тиклем итәғәтле, әҙәпле, һәр ваҡыт йылмайып, матур итеп һөйләшә. Иң мөһиме – башҡорт рухы көслө унда. Аҡ юл, һиңә Иҙел ағай! Хыялдарыңдың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.