-15 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
15 Июнь 2018, 23:17
Нурияға – «Йәшлек» премияһы
«Йәшлек» гәзите мәктәп уҡыусылары араһында Булат Солтангәрәев исемендәге республика конкурсы үткәрә.
«Йәшлек» гәзите мәктәп уҡыусылары араһында Булат Солтангәрәев исемендәге республика конкурсы үткәрә. Быйылғы бәйге 2017 йылдың аҙағында башланды. Унда уҡыусылар «Бәйләнештә» селтәренә, «Йәшлек» гәзите редакцияһына төрлө темаларҙы яҡтыртҡан мәҡәләләр ебәрә. Был ҡулъяҙмалар араһынан иң яҡшылары һайланып, гәзит битендә баҫылып сыға.
XI синыф уҡыусыһы Нурия Мөхәмәтйәрова менән ошо конкурста икенсе йыл ҡатнаштыҡ. Быйыл уның «Телһеҙ халыҡ – тамырһыҙ ағас» тигән мәҡәләһе гәзиттә донъя күрҙе һәм II урын алды.
«Һуңғы ҡыңғырау» байрамы көнө мәктәбебеҙгә бүләк тапшырырға килделәр. Әмир Миһран улы Солтангәрәев был конкурстың дүртенсе йыл ойошторолоуын, Нурияның үткән йыл номинант булыуын, ә быйыл иһә II урын алыуын әйтеп үтте. Тантаналы рәүештә «Йәшлек» гәзитенең Шөһрәтнамәһен, Булат Солтангәрәев тураһында китап, аҡсалата премия тапшырҙы. Тамашасыларға ҡурайҙа «Ҡаһым түрә» көйөн уйнап та ишеттерҙе ул.
Әмир Миһран улына балалар өсөн изге, сауаплы эштәр башҡарғаны өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм. Ул үҙе ошо конкурсҡа рухлы, илһөйәр итеп тәрбиәләгән, һөҙөмтәле сығыш яһарға өйрәткән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Гөлсөм ЙЫЛҠЫБАЕВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Белорет районы, Шығай мәктәбе.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май 2024, 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...