Яңыраҡ ҡына беҙҙең Асҡар ауылына Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның «Ҡорос» халыҡ театры Ибраһим Абдуллиндың «Тиле йәшлек» спектаклен алып килде. Мин бындай шәп пьесаны ҡарағаным юҡ ине. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем һәм ауыр һуғыш осорондағы йәш егет-ҡыҙҙарҙың тормошо, хеҙмәте, саф мөхәббәт тураһында был фәһемле тамаша. Ул һабаҡ та бирҙе, уйландырҙы, моңландырҙы ла. Нимәһе ҡыуаныслы, был спектаклдә беҙҙең элекке сығарылыш синыф уҡыусылары – Инсаф Хужабиргәнов, Фәдис Иҙрисов, Алёна Дятловалар ҙа уйнаны. Таһир Күсимов исемендәге гимназияла уҡығанда ла улар уҡыу алдынғылары, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусы шәп ағай-апайҙар ине. Башҡорт филологияһы факультетында уҡып йөрөгән студенттар менән ғорурланып та, һоҡланып та ҡарап ултырҙыҡ. Профессиональ театр артистары кеүек оҫта, мөкиббән китеп уйнанылар.
Тамашасылар туйғансы көлөп, ҡыҙғаныс урындарҙа күҙ йәштәрен тыя алмай ҡараны.
Төп ролде башҡарыусы Фәдис ағай Иҙрисов менән әңгәмәләшкәндә:
– Был спектакль менән үҙемдең тыуған Асҡар ауылыма ҡайтырға күптән хыялым бар ине. Ниһайәт, был уйым тормошҡа ашты. Беҙ гастролдәр менән Белорет, Әбйәлил, Бөрйән райондарында булдыҡ. Һәр ваҡыт сәхнәгә сығыр алдынан ныҡ тулҡынландыра, бигерәк тә Асҡарҙа уйнағанда, сөнки атай-әсәйҙәр, туғандарың, уҡытыусылар алдында сығыш яһау үтә лә яуаплы. Әлбиттә, беҙ әле студенттар ғына. Гастролдәргә сығып, тамашасыларға рухи байлыҡ өләшеүгә мөмкинлек биргән, бөтә шарттар тыуҙырған остаздарыбыҙ бар: «Ҡорос» халыҡ театры етәксеһе Илнур Флүр улы Лоҡманов, ректорыбыҙ Раил Мирвай улы Әсәҙуллин, башҡорт филологияһы факультеты деканы Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмситова. Уларға ҙур рәхмәт! – тине.
Әбйәлилдә улар спектакль ғына ҡуйып ҡалманы, ә өлкән синыф уҡыусылары араһында һөнәр һайлау буйынса аңлатыу эше лә алып барҙы. Үҙҙәре уҡыған уҡыу йорто тураһында һөйләп, күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты.
Бына шундай шәп башҡорт ағай-апайҙарыбыҙ бар беҙҙең! Күп кенә йәштәр интернетта ултырғанда, киске клубтарҙа күңел асҡанда улар кешеләргә шатлыҡ-ҡыуаныс, тамашалы һабаҡ, тормош мәктәбе бирә. Үҙҙәренә ижади уңыштар, юғары үрҙәр һәм сессияларын яҡшы биреүҙәрен теләйбеҙ, театрығыҙҙың исеменә есеме тап килеп торһон!