+8 °С
Ясна
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
15 Июнь 2018, 23:13
Улар менән ғорурланабыҙ
Өфөлә бөтә донъяға билдәле балерина Гөлсинә апайым Мәүлекәсова йәшәй. Минең атайымдың бер туған апаһы – Вәсилә инәйемдең ҡыҙы ул. Ә атаһы – Ғәлим олатай – музыкант, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.
Өфөлә бөтә донъяға билдәле балерина Гөлсинә апайым Мәүлекәсова йәшәй. Минең атайымдың бер туған апаһы – Вәсилә инәйемдең ҡыҙы ул. Ә атаһы – Ғәлим олатай – музыкант, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Ғаиләһендә ҡыҙының бейеүгә һәләтен һиҙемләп, уны Рудольф Нуриев исемендәге хореография училищеһына уҡырға бирәләр. Гөлсинә апайға ул ваҡытта 10 йәш тирәһе була. Училищены тамамлағас, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһында эшләй башлай. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, Гөлсинә апайға ышанып төп партияларҙы тапшыралар.
Егерме йыл эсендә улар тормош иптәше Илдар еҙнәй менән бик күп уңыштарға өлгәшә. Италияға, Францияға, Германияға, Испанияға, Бөйөк Британияға, Грецияға, Португалияға, Бразилияға, Мысырға, Таиландҡа, Ҡытайға, Ҡаҙағстанға гастролдәр менән баралар.
Апайым менән еҙнәм икеһе лә – Башҡортостандың халыҡ артистары, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары. Улар менән беҙ ғорурланабыҙ.
Резида ҺУНАРШИНА, Х синыф уҡыусыһы.
Күгәрсен районы, Яңы Хвалын мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән