«Миләш» балалар баҡсаһында һәр уҡыу йылы аҙағында бөтә төркөмдәр ҙә ата-әсәләр йыйылышы үткәрә. Быйыл да йолаға тоғро ҡалдыҡ. «Йондоҙсоҡ» төркөмө Ғаилә йылына арнап «Бәхетле осраҡ» ярышын ойошторҙо. Ата-әсәләр ике командаға бүленеп, ихлас ҡатнашты. Уларға төрлө һынауҙарҙы үтергә тура килде. Ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап та бирҙеләр, күңелле стартта ла, һүрәт төшөрөп тә көс һынаштылар.
Ярыш булғас, еңеүселәре лә була, тик был юлы дуҫлыҡ еңде. Барыһына ла иҫтәлеккә миҙалдар тапшырылды. Ата-әсәләр ярышты матур итеп ойоштороп алып барыусыларға, төркөмдөң тәрбиәсеһе Ғәлиә Ғәйзулла ҡыҙы Раеваға ҙур рәхмәт әйтте.