-8 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
6 Июль 2018, 17:41
Туҡһанын уҙһа ла…
Ҡәһәрле һуғыш йылдары… Һалдаттар менән бергә тылдағыларға ла бик ауырға төшә ул ваҡытта. Ауылдарҙа ир-ат яуға китеп бөтөп, барлыҡ эш ҡатын-ҡыҙҙарға, үҫмерҙәргә тороп ҡала.
Ҡәһәрле һуғыш йылдары… Һалдаттар менән бергә тылдағыларға ла бик ауырға төшә ул ваҡытта. Ауылдарҙа ир-ат яуға китеп бөтөп, барлыҡ эш ҡатын-ҡыҙҙарға, үҫмерҙәргә тороп ҡала.
Ҡаҙмаш ауылы халҡы ла Еңеү көнөн яҡынайтыр өсөн бар көсөн һала. Тыл ветераны Хөбъямал Шәкирйән ҡыҙы Сәғәҙәтоваға һуғыш башланғанда 14 йәш була. Йүнле уҡыу тәтемәй уға. Етенселә урыҫ теле һәм математика дәрестәре бөтөнләй инмәй. Шулай булһа ла, һуңынан Тайып Әйүпов, Әхиәр Бикҡужин кеүек тиңдәштәре менән Темәстәге педучилищеға уҡырға инә. Ләкин тамамлай алмай. 1942 йылдың апреленән ауыл советына һалым йыйыусы булып эшкә урынлаша. Төп эшенән тыш, ат егеп Магнитогорск ҡалаһына барып, еләк, муйыл, май һата. Уларҙы ауыл халҡы йыйып бирә. Иремәһен өсөн майҙы ҡотоҡ янында туҡталып, яңынан йомғаҡлай.
Ауыр булған ул йылдар. Шуға ҡарамаҫтан, халыҡ бирешмәгән, татыу йәшәгән. Бер өйҙә һыйыр быҙаулаһа, барлыҡ күрше-күләндәрен сәйгә саҡырғандар.
Еңеү тураһындағы ҡәҙерле һүҙҙе эш урынында ишетә ҡыҙ. Һуғыш бөткән! Еңеү! Һуңынан митинг була. Район үҙәгенән килгән кеше Сусаҡ тауының түбәһенә флаг элергә ҡуша. Ҡыҙыл тауар булмағанлыҡтан, Хөбъямал әсәһенең ҡыҙыл яулығын килтерә, шуны элеп ҡуялар. Һәр бер өйгә инеп шатлыҡлы хәбәрҙе тараталар.
Атаһы Шәкирйән бабай һуғышта яндырырға тип бикләнгән 42 кешене ҡотҡара. Шунан Шайморатов генерал уны үҙенең дивизияһына канауат итеп саҡыра. Ул Бөйөк Ватан һуғышынан иҫән ҡайта.
Хөбъямал инәй «Әхирәттәр» фольклор ансамбленең ағзаһы була. Ким Әхмәтйәнов премияһы лауреаты. «Тыл ветераны», «Әсәлек даны» миҙалдары һәм башҡа бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Тормош иптәше Зәйнетдин Сәғәҙәтов менән бергә 6 балаға ғүмер биргәндәр. Ул да һуғышта ҡатнашҡан. Өлкән лейтенант Сәғәҙәтов күрһәткән батырлыҡтары өсөн орден-миҙалдар менән бүләкләнә. Улар әле лә ҡәҙерләп һаҡлана.
Хөбъямал инәй быйыл 91 йәшен тултырҙы. Өлкән булыуға ҡарамаҫтан, йәштәрсә йүгереп йөрөп донъя көтә. Күптәргә өлгө булырҙай инәй, өләсәй.
Заһиҙә РӘЖӘПОВА, йәш хәбәрсе.
Әбйәлил районы, Ҡаҙмаш мәктәбе.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май 2024, 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...