+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Денис кеүектәр һирәк!

«Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ», тигәндәре нәҡ X синыфты тамамлаған Денис Ғабдулхаев хаҡында әйтелгән төҫлө.

«Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ», тигәндәре нәҡ X синыфты тамамлаған Денис Ғабдулхаев хаҡында әйтелгән төҫлө. Сөнки уның белмәгән эше һәм үҙ итмәгән һөнәре юҡ. Бөтәһенә лә өлгөрә. Республика, район, төбәк буйынса уҙғарылған төрлө конкурстарҙа, милли көрәш, гер күтәреү ярыштарында ҡатнаша. Егет мәктәп тормошонда ла һәр саҡ ҡайнап йәшәй.

Башланғыс синыфтарҙа уҡығанда ул спорт менән шөғөлләнә башлай. Бигерәк тә милли көрәште үҙ итә һәм ярыштарҙа берәүгә лә бил бирмәй. Учалы ҡалаһынан да чемпион булып ҡайтты. Бында төрлө райондарҙан йәш көрәшселәр ҡатнаша. Бөрйән районынан 4 көрәшсе барһа, шулар араһынан Байназар егете 60 килограмлыҡ ауырлыҡ үлсәмендә уңышлы сығыш яһап, I урынға сыға.
Денис брейк-данс менән дә мауыға. Мәктәптең «Азамат» өлгөлө бейеү ансамблендә шөғөлләнеп, халыҡ бейеүҙәрен дә оҫта башҡара. Ағастан һындар юнып эшләүгә лә ҡулдары килешеп тора. Егеттең бөтә уңыштарының һөҙөмтәһе булып 2 кубок, 13 миҙал яуланһа, Маҡтау ҡағыҙҙары ла бихисап.
– Яратҡан шөғөлдәрем һанап бөткөһөҙ. Шулай ҙа бейеү минең өсөн хобби ғына, көрәште лә ташлағым килмәй. Киләсәктә ил кимәлендәге ярыштарға сығыу теләге лә бар. Ысынында артист булғым килә. Төрлө фильмдарҙа төп ролдәр генә башҡараһы ине, – ти ул, хыялдары менән бүлешеп.
Уйҙарың тормошҡа ашыр, тип ышанабыҙ. Һинең кеүек шәп егеттәр бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмай, үҙ юлын табып, һис шикһеҙ, маҡсаттарына ирешә ул. Денисҡа киләсәктә лә ҙур-ҙур үрҙәргә, яңы ҡаҙаныштарға өлгәшеүен теләйбеҙ. Шундай сәләмәт тормош алып барыусы егеттең беҙҙең арала уҡыуы менән дә ғорурланабыҙ.

Зәлиә АЛТЫНБАЕВА.


Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.
Читайте нас: