+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ихата байрамдары

Балиғ булмағандарҙың хоҡуҡ боҙоуын иҫкәртеү бүлеге инспекторҙары йыш ҡына ихата байрамдары уҙғара. Маҡсаттары – бер тирәлә йәшәгән балаларҙың ваҡыттарын файҙалы итеп үткәреү, атай-әсәйҙәр менән берләштереү.

Бала саҡта көн дә тиерлек ихатала уйнайһың, яҡын дуҫтар табаһың. Атай-әсәйҙәрҙең дә бала сағы үткән иҫтәлекле урын ул ишек алды. Шуға ла хоҡуҡ һаҡсылары ойошторған сараларға халыҡ күп йыйыла. «Йәйге мауығыуҙар», «Ә беҙҙең ихатала», «Хәүефһеҙ йәй»… Исемдәренән үк күренеп тороуынса, бик күңелле үтә улар. Инспекторҙар Алина Байназарова һәм Алёна Егорова алып барған конкурс, эстафета, викториналарҙа ҡатнашып, матур тәьҫораттар алып таралыша балалар һәм атай-әсәйҙәр. Әлбиттә, был сараларҙа һәр ваҡыт шәхси хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәклеге лә мотлаҡ әйтеп үтелә.
Балалар, хәүефһеҙлек һеҙҙең үҙегеҙҙең ҡулда икәнен онотмағыҙ, йәме.

Гөлнара НӘҠИЕВА, Октябрь районы буйынса йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге инспекторы.

Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: