Ҡояш… Һәр бер кешегә йылы нурын һибә, яҡтылыҡ өләшә. Унан башҡа беҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ.
Һәр бер кешенең күңелендә үҙ ҡояшы бар. Тик уларҙың насар уйҙары, яуыз эштәре ошо сағыу нурҙы ҡара болот булып ҡаплай. Кемдер тәбиғәтте бысрата, ағастарҙы ҡырҡа, кешеләрҙе йәберләй, улар менән насар мөнәсәбәттә була. Шуға ла шишмәләр һәм йылғалар ҡорой, тәбиғәттә төрлө сүп-сар йыйыла. Ә йәнлек, хайуан, ҡоштар, урман булмаһа, ҡайҙа йәшәр һуң?
Күңелдә ҡояш балҡыһын өсөн гел дә алсаҡ йөҙлө, саф күңелле, эшлекле, аҡыллы, түҙемле булырға кәрәк. Әйҙәгеҙ, тыуған яғыбыҙҙы, тәбиғәтебеҙҙе ҡәҙерләп, яратып йәшәйек! Һәр күңелдә ҡояш балҡыһын!
Баймаҡ районы, Билал мәктәбе.