+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
7 Сентябрь 2018, 16:35

Синыф сәғәте менән башланды

Мәктәбебеҙҙә Белем көнө, йылдағыса, тантаналы линейканан башланды. Байрамға ата-әсәләр, ветеран уҡытыусылар һәм саҡырылған ҡунаҡтар йыйыл­ды. Директорыбыҙ Фәнис Иштәкбаевтың, район үҙәкләштерелгән китапхана­лар селтәре директоры Аксана Сынбулатованың ҡотлауҙарынан һуң уҡыусылар 1 сентябргә арналған шиғырҙар һөйләне. Аҙаҡ матур гөлләмәләребеҙҙе остаздарыбыҙға тапшырҙыҡ.

Линейка бөткәс, синыф сәғәтенә таралыштыҡ. Ул Башҡортостандың 100 йыллығына арналды. Уҡытыусыбыҙ Гөлдәр Рәшит ҡыҙы Арыҫланова Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы төҙөлөү тарихын һөйләп ишеттерҙе, Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡылары, күренекле шәхестәре, иҫтәлекле даталар тураһындағы белемебеҙҙе тикшереп, блиц-турнир үткәрҙе. Шулай уҡ төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙарҙан торған викторина ла оҡшаны.
Дәрескә минең өләсәйем – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, күп тапҡыр республика һәм район сәсәнлек бәйгеләре лауреаты, мәктәбебеҙҙе тамамлаған сәсәниә Фәниә Сәлих ҡыҙы Арыҫланова ла саҡырылғайны. Ул үҙе уҡыған йылдарҙы хәтерләп алғас, башҡорт телен, илен данлаған шиғырҙар ятлап, ҡобайырҙарын көйләп күрһәтте. Яңы уҡыу йылы менән ҡотлап, яҡшы уҡырға, тәртипле булырға өндәне. Уның изге теләктәре төрлө нәсихәт, «Урал батыр» ҡобайырынан өҙөктәр менән үрелеп барҙы.
Шулай итеп, яңы уҡыу йылын бик матур башлап ебәрҙек.

Алтынай МОТАЛОВА, VIII синыф уҡыусыһы.

Хәйбулла районы, Йәнтеш мәктәбе.
Читайте нас: