Баш ҡаланың «Биатлон» спорт комплексында беҙҙең гимназияның V – XI синыф уҡыусылары өсөн туристик слёт ойошторолдо. Унда атай-әсәйҙәр ҙә килгәйне. Команда һәм уның исеме, йыры менән таныштырыу, аш-һыу оҫталығы, беренсе ярҙам күрһәтеү, велосипедта уҙышыу, дартс, уҡтан атыу, палатка ҡороу, арҡан тартышыу буйынса ярыштар күңелле барҙы.