+20 °С
Ясна
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
12 Октябрь 2018, 15:52
Ғорурланам һинең менән!
Башҡортостан – Тыуған илем,Тәү тәпәй баҫҡан ерем.Ошо ерҙә йәшәгәнгә,Бик яҡын күрәм үҙен.
Башҡортостан – Тыуған илем,
Тәү тәпәй баҫҡан ерем.
Ошо ерҙә йәшәгәнгә,
Бик яҡын күрәм үҙен.
Сит яҡтарға барғанда: «Һеҙ ҡайҙан?» – тип һораһалар, гел генә: «Башҡортостандан», – тип ғорурланып яуап бирәбеҙ. Ә Башҡортостан, тигәс, иң беренсе ҡурай, бал, Салауат Юлаев күҙ алдына баҫа. Салауат – башҡорт халҡының милли геройы. Уның һәйкәле – илебеҙҙәге иң ҙур атлы скульптура.
Башҡортостан – күп милләтле республика. Унда йөҙҙән ашыу милләт кешеһе дуҫ һәм татыу йәшәй. Һәр береһе үҙ милләтенең ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын өйрәнә.
Ҡурай һәм бал… Донъяның һәр урынында башҡорт халҡын ошо ике һүҙ аша таныйҙар. Ҡурай – милли уйын ҡоралы һәм республикабыҙҙың төп бренды. Ә башҡорт балының даны хатта сит илдәргә лә таралған.
Башҡортостан йылғаларға, күлдәргә, шишмәләргә бай. Иң ҙур йылғаһы – Ағиҙел. Республикабыҙҙа бейек тауҙар, мәғрур ҡаялар бик күп. Урал тауҙары тураһында донъяла белмәгән кеше юҡтыр. Ниндәй генә ер аҫты байлыҡтары юҡ беҙҙә!
Башҡортостан! Тыуған ерем, уңған халҡым менән мин бик ғорурланам. Ошо ерҙә тыуып үҫкәнемә ҡыуанып бөтә алмайым.
Динара САБҒИЙӘНОВА.
Саҡмағош районы, Иҫке Ҡалмаш мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?