-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
20 Октябрь 2018, 13:25

Китаптары – беҙҙең өйҙөң йәме

Минең ҡулымда – китапханасы булып эшләүсе әсәйемдең 2004 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим менән бергә төшкән фотоһы. Ул Баймаҡ районында әҙәбиәт һөйөүселәр менән осрашып ҡайтып барышлай беҙ йәшәгән Билал ауылында ла туҡтала. Бөйөк яҙыусыны күреүҙәренә атайым, әсәйем, апайым да бик шат була. Уның менән ошо йылы осрашыу хаҡында йыш телгә алалар. Бәләкәйерәк саҡта һөйлә­гәндәренә әллә ни иғтибар итмәгәнмен. Дүртенсе синыфҡа етеп, Мос­тай Кәрим ижадын үтә башлағас, атай-әсәйемдән, апайымдан 14 йыл элек булған иҫтәлекле осрашыу тураһында төплөрәк һораштым.

– Мостай Кәрим беҙгә ҡыш айында килде. Пар аттар егеп, ауыл осона уҡ сығып ҡаршы алдыҡ. Мин шағирҙың бер шиғырын яттан һөйләнем. Яңылышҡайным, ул үҙе миңә ҡушылып әҫәрҙе дауам итте, – тип хәтерләй әсәйем. – Шағир ябайлығы менән беҙҙе арбаны. Шиғыр­ҙарын уҡыны, һәр беребеҙҙең хәлен һорашты. Үҙемдең китапханасы булып эшләгәнде белгәс: «Баймаҡ яҡтарына һәр ваҡыт ашҡынып киләм. Урал аръяғында саф башҡорттар йәшәй. Ололар ғына түгел, балалар ҙа шиғырҙарымды, әҫәрҙәремде яратып ҡабул итә. Был миңә ижади этәргес бирә», – тине.
Осрашыуҙа Ләйсән апайыма ул ваҡытта 4 кенә йәш була. Фотоға ҡарай ҙа: «Мин бәхетле: Мостай Кәримде яҡындан күреүгә ирештем. Аҙаҡ уның ижадына арналған «Аҡйондоҙ, Аҡйегет» бәйгеһендә ҡатнашып, призлы урын алдым», – тип маҡтанып та ала.
Халыҡ шағирының ижадына битараф түгел беҙҙең ғаилә. Атайым бәләкәй сағында уның әҫәрҙәрен төндә, юрған аҫтында фонарь яҡтыртып, уҡыр булған хатта. Беҙҙең өйөбөҙҙә төрлө яҙыусыларҙың китаптары һаҡлана. Улар ҡулыбыҙҙан төшмәй тиерлек. Ә бөйөк шағир, яҙыусы, драматург Мостай Кәримдең китаптары бигерәк тә күңелемә яҡын. «Беҙҙең өйҙөң йәме»н әллә нисә ҡат уҡып сыҡтым. Оксана менән Йәмилдең дуҫлыҡтары һоҡландыра. Ә бит бер уйлаһаң, ошондай уҡ йылы мөнәсәбәт өйөбөҙҙә лә һаҡлана. Беҙҙе атай-әсәйебеҙ үҙ-ара татыу, туған йәнле булырға өйрәтеп үҫтерә. Кис етһә, ғаиләбеҙ менән бер-беребеҙ­гә ҡыс­ҡырып китаптар уҡыйбыҙ, күмәкләп шашка, шахмат уйнайбыҙ.
Ниндәй генә ҡыйынлыҡтар кил­һә лә, мин үҙ ғаиләмдә йыуа­ныс табам. Атайым менән әсәйем беҙ­ҙе, балаларын, ейән-ейәнсәрҙә­рен: «Һеҙ – өйөбөҙҙөң йәме!» – тип яраталар. Мин быға ныҡ ҡыуа­нам. Ә Мостай Кәрим китаптары беҙҙең өйҙөң йәме, Баш­ҡорт­остандың хазинаһы икәнен белеп йәшәйем.

Юлдаш БУЛАТОВ, IV синыф уҡыусыһы.

Баймаҡ районы, Билал мәктәбе.

Читайте нас: