-28 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
20 Октябрь 2018, 13:21
Ләйсәнгә етеп ҡара!
«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалында «Барыһынан да юғары!» проекты буйынса ойошторолған бәйгелә беҙҙең IX cиныф уҡыусыһы Ләйсән Үтәбаева оло еңеү яуланы. Иң күп тауыш йыйып, бар республикабыҙға үҙенең һәләтен, мауығыуҙарын асып һалды.
«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалында «Барыһынан да юғары!» проекты буйынса ойошторолған бәйгелә беҙҙең IX cиныф уҡыусыһы Ләйсән Үтәбаева оло еңеү яуланы. Иң күп тауыш йыйып, бар республикабыҙға үҙенең һәләтен, мауығыуҙарын асып һалды.
Ләйсән – ғаиләлә баш бала. 6 йыл буйына музыка мәктәбендә шөғөлләнеп, оҫта итеп аккордеонда уйнарға өйрәнде. Ырғаҡ менән бәйләй, сигә, мәрйен теҙеүҙе лә үҙ итә. Бигерәк тә халыҡ көйҙәрен башҡарырға әүәҫ ул. «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр һәм йәш сәсәндәрҙең республика конкурсында 4-се тапҡыр ҡатнашты.
2017 йылда ЮНЕСКО эштәре буйынса республика комитеты, мәғариф министрлығы һәм Башҡортостан социаль технологиялар институты менән берлектә ойошторолған ярышта Ләйсән I урын яуланы. Уҡытыусыһы Сәриә Мөхәмәт ҡыҙы Ҡаһарманованың ышанысын аҡлауына ҡыуанып бөтә алмай. 2018 йылда был конкурс 20-се тапҡыр уҙғарылды. Ошо ваҡыт эсендә бәйгелә 1 мең 500-ҙән ашыу бала һәм 532 фольклор коллективы ҡатнашҡан.
Гимназиябыҙ данын шулай арттырыусыларыбыҙ булыуы менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Ләйсән думбырала, ҡумыҙҙың һәр төрөндә лә уйнарға өйрәнде. Ғилми-эҙләнеү эштәрендә лә, йәш натуралистар түңәрәгендә шөғөлләнергә лә өлгөрә тырыш ҡыҙыбыҙ. Химия, биология фәндәренә айырыуса иғтибар бирә. Киләсәктә үҙен балалар табибы итеп күрә.
Ләйлә һеңлеһе менән көн дә гимназияға ашыға. Ҡыҙҙар уҡыуҙа ла, һәр бер ойошторолған сарала ла әүҙемлек күрһәтә.
Шулай гел һынатмағыҙ, йәме!
Зөһрә ҮТӘҒОЛОВА, йәш хәбәрселәр түңәрәге етәксеһе.
Белорет ҡалаһы, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән