+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
26 Октябрь 2018, 18:13

Һай, үҙебеҙҙең Карина!

Талбазы ауылы мәҙәниәт һарайы гөр килеп тор­ҙо. Сәхнә түрендә береһенән-береһе һәләтле I синыф ҡыҙҙары көс һынашты. Район үҙәгендә йыл да ошо күркәм байрамды үткәреү йолаға әүерелеп бара.

Талбазы ауылы мәҙәниәт һарайы гөр килеп тор­ҙо. Сәхнә түрендә береһенән-береһе һәләтле I синыф ҡыҙҙары көс һынашты. Район үҙәгендә йыл да ошо күркәм байрамды үткәреү йолаға әүерелеп бара.
Быйылғы сара Ғаилә йылына арналды. Кескәй ҡыҙҙар өлкәндәр ярҙамында бик матур сығыштар әҙерләгән. Ике сәғәт дауамында улар үҙ һәләттәрен төрлө яҡлап күрһәтте. Кескәй генә булыуҙарына ҡарамаҫтан, оҫта итеп шиғырын да һөйләнеләр, йыр-бейеүҙә лә һынатманы йондоҙсоҡтар. Бына кемдәр сыҡты сәхнәгә: Ариана Ларионова, Амелия Зәйнәғүтдинова, Милена Ғүмәрова, Аида Мөхәмәтйәнова, Самира Хәбибуллина, Карина Ғизәтуллина. Үҙең менән таныштырыу, күмәк бейеү һәм йыр башҡарыу, ғаилә менән сығыш яһау кеүек конкурстар булды. Улар­ҙың һәр ҡайһыһы үҙенсәлекле һәм сағыу ине. Атай­ҙар ҙа, әсәйҙәр ҙә, апай, һеңле, ҡустылар ҙа – барыһы ла ныҡ әҙерләнгәйне.
Гимназиябыҙҙың намыҫын Карина Ғизәтуллина яҡланы. Үткер, теремек уҡыусым ауыҙ тултырып үҙ телендә һөйләп, яңғыратып йырланы. Был бәйгегә әҙерләүҙә бигерәк тә апаһы Лариса Юнир ҡыҙы, әсәһе Лиана Дамир ҡыҙы, атаһы Алик Юнир улы һәм өләсәһе Рәшиҙә Ғәҙи ҡыҙы күп көс һалды. Карина «Нәфислек» номинацияһына лайыҡ булды. Башҡа ҡатнашыу­сылар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы. Улар инде «Гүзәллек», «Һомғоллоҡ», «Артислыҡ», «Көләслек», «Зирәклек» номинацияларында билдәләнде. Гран-приҙы күп балалы ғаиләнән Аида Мөхәмәтйәнова яуланы. Алты ҡыҙ араһында беҙҙең Карина ғына үҙ башҡорт телендә сығыш яһаны. Афарин!
Башҡорт рухлы уҡыусыбыҙға киләсәктә лә туған теленә тоғро ҡалып, уңыштарға ирешеүен теләйем, Рәшиҙә Ғәҙи ҡыҙына айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Шундай өләсәйҙәр булғанда милләтебеҙҙең киләсәге ҡурҡыныс аҫтында түгел, тип ышаныслы әйтергә мөмкин.

Розалиә ЙӘЛИЛОВА, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.

Ауырғазы районы, Талбазы башҡорт гимназияһы.
Читайте нас: