+30 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
26 Октябрь 2018, 18:19
Үҙҙәрен ныҡ ҡыуандырҙыҡ
Уҡытыусы! Ниндәй изге һөнәр ул! Белем биреүсе генә түгел, бер үк ваҡытта юрист та, психолог та, кәңәшсе лә, хатта икенсе әсәй ҙә бит. Мөмкин булһа, мин донъялағы һәр педагогҡа һәйкәл ҡуйыр инем.
Уҡытыусы! Ниндәй изге һөнәр ул! Белем биреүсе генә түгел, бер үк ваҡытта юрист та, психолог та, кәңәшсе лә, хатта икенсе әсәй ҙә бит. Мөмкин булһа, мин донъялағы һәр педагогҡа һәйкәл ҡуйыр инем.
Уларҙың һөнәри байрамында күп мәктәптә үҙидаралыҡ көнө үткәрелә. Уҡытыусы апайҙар мәктәп формаһы кейеп, аҡ таҫмалар тағып, ағайҙар ҡулдарына портфель тотоп килә. Улар ҡабаттан бала саҡтарына әйләнеп ҡайтҡандай була.
Был йола беҙҙең Яуымбай мәктәбендә лә онотолмай. Быйыл айырыуса матур билдәләнде. Уҡытыусыларҙы сәскә гөлләмәләре менән ҡаршы алып, иртәнге ҡотлауҙан башланып китте байрам. Ҡыҙыҡлы дәрестәр, күңелле тәнәфестәрҙән һуң барыһы ла тантана үтәсәк залға саҡырылды. Уҡытыусыларҙы ҡотлау күңелле концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Шулай уҡ мауыҡтырғыс уйындар үткәрелде, мәктәп тормошонан күңелле сәхнәләштереүҙәр күрһәтелде. Туғыҙынсылар уҡытыусыларға үҙ ҡулдары менән эшләгән миҙалдар һәм открыткалар тапшырҙы. Ныҡ ҡыуандылар!
Был көндө уҡытыусыларыбыҙға бер көн булһа ла матур ял һәм байрам бүләк итә алғаныбыҙ өсөн үҙебеҙ ҙә сикһеҙ шатландыҡ. Ошо изге һөнәрҙең ни тиклем яуаплы икәнлеген татып ҡарап, уларға ҡарата һөйөүебеҙ һәм ихтирамыбыҙ тағы ла нығыраҡ артты.
Мәликә МАЛИКОВА, IX синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы, Яуымбай мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?