+12 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
26 Октябрь 2018, 15:02
Виртуаль сәйәхәт
Беҙҙең китапхана хеҙмәткәрҙәре Белорет ҡалаһының махсус интернат-мәктәбенә барып, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгән балалар менән осрашыу үткәрҙе.
Беҙҙең китапхана хеҙмәткәрҙәре Белорет ҡалаһының махсус интернат-мәктәбенә барып, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгән балалар менән осрашыу үткәрҙе. Улар менән китаптар, китапхана тураһында әңгәмә ҡорҙолар. Был көндө «Дауыт Юлтый исемендәге китапхана буйлап» тип аталған ҡыҙыҡлы виртуаль сәйәхәт тә ойошторолдо. Ҡыҙҙар, малайҙарға ныҡ оҡшаны. Ситтән тороп китапханабыҙ менән таныштылар. Тыуған яҡты өйрәнеү мини-музейында, китап фондтарында булдылар. «Балалар өсөн уҡыу мөйөшө»ндә оҙаҡ ҡына туҡталып, матур-матур һүрәтле китаптар ҡаранылар.
Сәйәхәттән һуң махсус әҙерләнгән «Улар Башҡортостанда йәшәй һәм балалар өсөн ижад итә» тигән әҙәби кисә үткәрелде. Төрлө әҫәрҙәрҙе уҡыуҙың нисек файҙалы булыуы тураһында һөйләп, китаптарҙың нисек ижад ителеүен, кемдәр тырышлығы арҡаһында баҫылып сығыуы тураһында мәғлүмәт бирҙек. Уҡыусыларға Светлана Войтюк, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Ольга Абих, Сәрүәр Ғәләүетдинов, Сергей Аксаков, Якоб һәм Вильгельм Гримдарҙың китаптары бигерәк тә оҡшаны.
Күңелле үтте осрашыу. Һәр китаптан бер нисә ҡыҙыҡлы шиғыр ҙа уҡыныҡ, бөтә синыф менән Сәрүәр Ғәләүетдиновтың китабы буйынса йомаҡтар систек. «Зөһрә һәм Ай» әкиәтен уҡығас, бер-береңә ҡарата мәрхәмәтле булып, ярҙам итеп йәшәү тураһында әңгәмәләштек. Сараны китап тураһында шиғыр менән тамамланыҡ.
Флүрә ШАКИРОВА, Дауыт Юлтый исемендәге китапхана етәксеһе.
Белорет ҡалаһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән