Ниһайәт, Торатауҙың иң юғары нөктәһендәбеҙ. Шул бейеклектән көҙгө тәбиғәт аҫалы балаҫ ябынғандай тойола. Бар тирә-яҡ төрлө төҫтә балҡый. Иҫ киткес матурлыҡ! Болоттар ел ағымында эргәңдән генә йөҙә.
Балалар арығандарын да онотоп, тау өҫтөндә йүгерешә башланы. Улар бындағы тәбиғәтте, Торатауҙың һәр ерен ҡарағылары килә ине. Ҡаялы урында иҫтәлеккә фотоға төшөп, тау тураһында мәғлүмәттәр тыңлап, табылған таштар тарихын белеп, күңелгә етерлек дәрт, энергия, көс алғандай булдылар.
Ҡыҙҙар, малайҙар бер-береһенә ярҙам итеп, берҙәм генә аҫҡа төшөп етте. Уларҙың дуҫлығы бына ошонда нығына ла инде. Күңелдәрендә урғылған хистәрҙе һөйләп бөтә алмайҙар: Торатау башында кемде ниндәй уйҙар баҫҡан, тауға менгәндә кем ниндәй ауырлыҡ кисергән, нимәләр күргән, барыһы ла бер-береһенә уй-тойғоларын ярыша-ярыша бүлешә башланы. Ә мин инде, үҙемде бала сағыма әйләнеп ҡайтҡандай, уларҙың шатлыҡтарын уртаҡлашып, ҡыуанып ҡарап торҙом.
Торатау, рәхмәт һиңә беҙҙе ҡабул иткән өсөн! Мәңге йәшә, ныҡ тор, бирешмә, тағы ла килербеҙ әле! Һин бит мөғжизәле Торатауыбыҙ!