Баштараҡ өйҙәгеләрҙе, яҡындарымды, бигерәк тә синыфташтарымды ныҡ һағындым, аҙаҡ яйлап өйрәндем. Шифаханала һәр көнөбөҙ, сәғәтебеҙ планлаштырылған ине. Иртәнсәк торғас та физзарядка эшләйбеҙ, тәмле бутҡа ашап алғас, мәктәпкә уҡырға барабыҙ. Бында дәрестәрҙе мауыҡтырғыс итеп үткәрәләр. Үҙенсәлекле яғы ла бар. Икенсе дәрестән һуң – кислородлы коктейль, өсөнсөһөнән һуң – икенсе иртәлек, төрлө емеш-еләк, дүртенсе дәрестән һуң ҡымыҙ бирәләр. Уҡыуҙар бөткәс, төрлө һауыҡтырыу курстары үтәбеҙ. Массаж, лазерлы терапия, тоҙ шахтаһы – быларҙың барыһы ла тәжрибәле табиптар күҙәтеүе аҫтында башҡарыла. Ашнаҡсылар бешергән тәмле төшкө аштан һуң ял итеп алабыҙ. Сенсорлы бүлмәлә шариклы һыуҙа булабыҙ, төрлө көйҙәр тыңлайбыҙ. Аҙаҡ инде йәнһүрәттәр ҡарайбыҙ, тышҡа сығып уйындар уйнайбыҙ: футбол, баскетбол, пионербол, волейбол, өйрәк атыш һәм башҡалар.