+21 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
2 Ноябрь 2018, 13:14
Театр донъяһы буйлап
Шаҡша биҫтәһенең 47-се моделле китапхана хеҙмәткәрҙәре балаларға ниндәй генә уйындар, күргәҙмәләр, кисәләр үткәрмәй.
Шаҡша биҫтәһенең 47-се моделле китапхана хеҙмәткәрҙәре балаларға ниндәй генә уйындар, күргәҙмәләр, кисәләр үткәрмәй.
Бер көндө китапхана мөдире Любовь Ивановна Оснач, китапханасылар Лилиә Рәшит ҡыҙы Фәтхуллина һәм Айгөл Таһир ҡыҙы Рәхимовалар 276-сы балалар баҡсаһының тәрбиәләнеүселәрен театр донъяһына саҡырҙы. Иң тәүҙә кескәй дуҫтарыбыҙ төрлө уйындар ярҙамында актёр оҫталығына өйрәнде һәм үҙҙәре бергәләшеп яңы әкиәт уйлап сығарҙы. Төлкө, ҡуян, эт, айыу һәм әтәс башлыҡтарын кейеп, «Ҡуян йорто» тигән әкиәт сәхнәләштереп тә күрһәттеләр. Спектакль бик ҡыҙыҡ килеп сыҡты, барыһына ла оҡшаны.
Һуңынан ҡыҙҙар, малайҙар «Пантомима», «Хайуандар һөйләшә», «Архитектура ҡоролмаһы» тип аталған күңелле конкурстарҙа ҡатнашты.
Айгөл ЙӘҺҮҘИНА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?