+12 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
9 Ноябрь 2018, 14:42
Китап биттәрендә – бесәйҙәр
Бәләкәй саҡтан уҡ балаларҙа тәбиғәткә, ҡоштарға, ҡырағай һәм йорт хайуандарына ҡарата һаҡсыл ҡараш, иғтибарлылыҡ тәрбиәләргә кәрәк. Шул айҡанлы беҙҙең балалар китапханаһында «Китап биттәрендә бесәйҙәр йөрөй» тигән экологик терапия сәғәте үтте. Был сарала һүҙ мыяубикәләр, ҡуяндар һәм диңгеҙ ҡомаҡтары тураһында барҙы. Төрлө йәштәге беҙҙең китап уҡыусыларыбыҙ был көндө китапханаға үҙҙәренең бесәйҙәрен дә алып килде.

Кескәйҙәр «Минең йомшаҡ, йөнтәҫ дуҫым» тигән күргәҙмә менән дә танышты, унда йорт хайуандары тураһында бик күп кәрәкле мәғлүмәттәр бирелгәйне. Уларҙың ҡылыҡтары, холоҡтары тураһында әңгәмәләшеү булды. Нисек хайуандарҙы ҡарарға, ашатырға һәм дауаларға кәңәштәр бирелде.
«Ғәжәйеп бесәйҙәр донъяһы» исемле биш минутлыҡ видеофильм да ҡаранылар. Уны китап уҡыусылар үҙҙәре төшөргән икән. Балалар фильмдан бесәйҙәрҙең ҡайҙарҙа йәшәүҙәре, йортҡа эйәләшеүҙәре һәм уларҙың төрҙәре тураһында бик күпте белде.
Китапханасылар нисек итеп йорт хайуандарын дөрөҫ тәрбиәләргә, яратырға һәм улар алдында яуаплы булырға өйрәтеп, экологик терапия сәғәтен тамамлап ҡуйҙы. Йәш китап уҡыусылар «Итекле бесәй» тигән кәнфиттәр менән һыйланып, иҫтәлеккә бесәй балалары төшөрөлгән бәләкәс календарҙар менән бүләкләнеп ҡыуанды.
Любовь ОСНАЧ, 47-се моделле балалар китапханаһы мөдире.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән