+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

«Ғафури уҡыуҙары»

Балалар әҙәбиәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән Башҡорт­остандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу, III төбәк-ара «Ғафури уҡыуҙары»нда ҡатнашыу маҡсатында китапханала аҙналыҡ үткәрелде. Унда 180-дән ашыу кеше ҡатнашты.

Балалар әҙәбиәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән Башҡорт­остандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу, III төбәк-ара «Ғафури уҡыуҙары»нда ҡатнашыу маҡсатында китапханала аҙналыҡ үткәрелде. Унда 180-дән ашыу кеше ҡатнашты.
Иң беренсе бөтә китап уҡыу­сыларыбыҙ өсөн «Яҡты ғүмерле Ғафури» тигән күргәҙмә ойошторолдо. Башҡорт интернат-лицейының I синыф уҡыусылары өсөн «Ҡарт һунарсы», «Ҡыр ҡаҙы» хикәйәләре буйынса «Изгелек ҡояш кеүек балҡый» тигән әҙәби сәғәт уҙғарылды. Бала­лар әҫәр­ҙең йөкмәткеһе менән алдан танышҡан икән, күп­те беләләр.
Ә бына интернат-лицейҙың унынсылары «Ваҡыт һәм йәштәр» тип аталған Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» повесы буйынса диспутҡа йыйылды. Китапхана библиографы Әлзирә Кәримова, презентацияны ҡулланып, ша­ғир­ҙың тормош юлы һәм ижады менән таныштырҙы. Артабан инде сараның төп өлөшөнә – яҙыусының киң билдәле булған, әлеге көндәрҙә лә сәхнәләрҙә ҡуйылған «Ҡа­ра йөҙҙәр» повесын анализлауға күстек. Шул ваҡытта бәхәс тә алып барылды: элекке һәм бөгөнгө заманды сағыштыр­ҙылар.
«Шағир тауышы бөтә ерҙә лә ишетелә» тип аталған шиғыр уҡыусылар конкурсына 13-сө мәктәптең II «А» синыфы уҡыусылары килде. Был көндө Мәжит Ғафуриҙың 17 шиғыры урыҫ һәм башҡорт телдәрендә яңғыраны. Бик матур итеп әҙерләнгән балалар араһынан еңеүселәрҙе билдәләү ауыр ғына булды. Шулай итеп, беренсе урынды – Люба Наследова, II урынды – Артур Хөснөтдинов, III урынды Радмир Мырҙабулатов алды. Уларға дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды. Ҡатнашыусылар ҙа иҫтәлекле приздар менән билдәләнде. Ә уҡытыусы Мәүлиҙә Ишдәүләт ҡыҙы Сәғитоваға Рәхмәт хаты тапшырылды.
Иң һуңғы йомғаҡлау сараһы – «Әхмәттең яңы тормош башлауы» тигән әҙәби кисә Мәжит Ғафуриҙың «Аҡтырнаҡ» хикәйәһе буйынса интернат-лицейҙың VI синыф уҡыусылары өсөн әҙерләнде. Уҡыусылар бик әүҙем ҡатнашты, һорауҙарға яуап бирергә тырышты. Һәр береһе хикәйә геройҙарына ҡа­рата үҙенең ҡарашын әйтте.

Флүрә ШАКИРОВА, Дауыт Юлтый исемендәге китапхана етәксеһе.


Белорет ҡалаһы.
Читайте нас: