+2 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
16 Ноябрь 2018, 16:05
Мостай Кәрим илендә
Өй алдында яңғыҙ ҡарт тирәгемҺуңғы япраҡтарын ҡаҡһа ла,Тормошта яҙ –Сирень ағастарыСәскә ата кеүек баҡсала…
Өй алдында яңғыҙ ҡарт тирәгем
Һуңғы япраҡтарын ҡаҡһа ла,
Тормошта яҙ –
Сирень ағастары
Сәскә ата кеүек баҡсала…
Мостай Кәримдең «Көҙ» шиғырының ошо юлдарындағы һуңғы япраҡ та, көҙ моңһоулығы ла дәрес темаһына ятышлы ине. VIII синыф уҡыусылары дөрөҫ әйтте бит: «Тормошта яҙ, моңаймайыҡ көҙгә, әйҙә сирень сәскәләре сәскә атһын баҡсабыҙҙа». Шулай итеп, беҙ көҙҙөң һуңғы көндәрендә «Мостай Кәрим илендә» булып, синыфтан тыш дәрес үткәрҙек. Бишенселәр унда Оксана, Йәмил кисерештәре менән йәшәне. Презентациялағы тәүге иллюстрацияны әҫәрҙең аҙағы менән башлап, уҡыусыларҙа китапты тиҙерәк уҡып сығыу теләге уятыу ине. Һүрәттә – ат санаһында ғәмһеҙ Оксана менән Йәмил, борсоулы атайҙар, әсәй һәм өләсәй. Унда яҙылған диалогты ла уҡығас, уҡыусылар айырылыуҙың нимә икәнен аңланы. VIII, IX синыфтар «Мостай Кәримсә, нимә ул мөхәббәт?» тигән һорауға яуап эҙләне.
Мостай Кәримдең мөхәббәт темаһына арналған шиғырҙарын тасуири уҡып, дәресте йәмләнек. Һуғышҡа ҡағылғандарында яҙыусының ҡан эҙҙәре буялған комсомол билеты балаларҙа күп һорауҙар тыуҙырҙы. Ошоға бәйләп, ғаилә фотоларын ҡарап, шағирҙың тормош юлындағы иҫтәлекле мәлдәргә туҡталдыҡ. Дәресте Мостай Кәрим һүҙҙәренә яҙылған «Уҡытыусыма» йырын тыңлап, аҙаҡ ҡушылып йырлап тамамланыҡ. Әлбиттә, башҡорт теленә дәрестәр әҙ бирелһә лә, уҡыусылар урыҫса күберәк аралашһа ла, бындай саралар бала күңеленә орлоҡ һалмайынса ҡалмаҫ. Беләләр бит олуғ остазыбыҙ китаптарын!
Лира ИМАНҒОЛОВА, уҡытыусы.
Туймазы районы, Ҡарамалы-Ғөбәй мәктәбе.
Читайте нас в