Бөтә яңылыҡтар

«Сәнғәт төнө»

Баш ҡаланың 38-се моделле китапханаһында «Сәнғәт төнө» мәҙәни-белем биреү акцияһы үтте. Күргәҙмә, оҫталыҡ дәрестәре, концерт һәм йәнле аралашыу барышында йәш китап уҡыусылар үҙҙәренә әллә күпме яңылыҡ асты.

Был акция ваҡытында ҡыҙҙар, малайҙар­ға виртуаль сәйәхәттәргә сығыу бик оҡшаны. Өфөләге театрҙар менән таныштылар. Улар­ҙың төрлөләре булыуын белделәр. Ҡурсаҡтар ҡат­наш­ҡан спектаклдәр кү­ңелдәренә хуш килде. Мостай Кәрим әҫәре буйынса ҡуйылған тамашаны ҡарағас, балаларҙың кәйефе тағы күтәрелеп кит­те. Үҙҙәре лә мини-спектаклдә ҡатнашып ҡаранылар.
Китапхананың картиналар галереяһына сәйәхәт тә мауыҡтырғыс булды. Китап уҡыусылар билдә­ле рәссамдарҙың ижад емештәренә ҡарап һоҡланды. Йәнһүрәтте яҡшы белеүселәр «Ералаш» кон­курсында ҡатнашты, «Хоб­битека» күргәҙмәһендәге оҫталыҡ дәрестәрендә балалар үҙҙәренең ижади һәләттәрен күрһәтә алды.

Элеонора СӘЙЕТГӘРӘЕВА, 38-се моделле балалар китапханаһы мөдире.

Өфө ҡалаһы.