Ярыштар әҙерлек һәм төп этаптарҙан тора ине. Беренсеһендә, robot. onedu.ru порталында теркәлеү үткәндән һуң, роботтың өс үлсәмле моделенең конструкцияһын төҙөргә, махсус майҙанын һәм реквизиттарын эшләргә кәрәк булды. Быны үтәүгә 4 сәғәт ваҡыт бүленде. Әйтеүе генә анһат, бөтә хәрәкәт-эштәрҙе башҡарһын өсөн роботты нисек итеп дөрөҫ йыйырға һуң? Шул саҡта күп командалар аптырап, баҙап ҡалды. Ә беҙҙең өс команда ҡулынан килгәнсе тырышты. Аҙаҡ уҡыусыларҙың эштәрен жюри ағзалары баһаланы.
Һөҙөмтәне иғлан иткәнсе хафаланып ултырҙыҡ. Ниһайәт, Таһир Хәмитов һәм Илнур Байғотлиндан торған беҙҙең «Тыныслыҡ һаҡлаусылар» командаһы мәрәйҙәр һаны буйынса, белорустарҙан саҡ ҡына ҡалышып, икенсе урын яуланы. Шулай итеп, өлкән йәштәр төркөмөндә ҙур уңышҡа өлгәштек.
Районыбыҙҙың башҡа командалары ла лайыҡлы сығыш яһаны.