+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Күңелле йәшәйбеҙ!

Яңыраҡ мәктәбебеҙҙә шаулап-гөрләп башланғыс синыфтар аҙналығы үтте. Һәр көн фәһемле, ҡыҙыҡлы булды, балалар күңелендә бай хәтирәләр ҡалдырҙы.

Яңыраҡ мәктәбебеҙҙә шаулап-гөрләп башланғыс синыфтар аҙналығы үтте. Һәр көн фәһемле, ҡыҙыҡлы булды, балалар күңелендә бай хәтирәләр ҡалдырҙы. Аҙналыҡ барышында уҡыусылар математиканан олимпиадала ҡатнашты, урыҫ теленән – диктант, башҡорт теленән инша яҙыуҙа көстәрен һынап ҡараны. «Йәш математик» исеменә Аделина Арманшина, Рәлиф Исхаҡов, Марсель Рәхмәтулов лайыҡ булһа, «Алтын ҡаурый» – Сабина Хәлитова, Айзилә Саттарова, Гөлгөнә Сувановала.

Мәктәбебеҙҙә һаулыҡты нығытыу, сәләмәтлекте үҫтереү буйынса күп эштәр башҡарыла. Көн һайын үткәрелгән иртәнге гимнастика ла быны дәлилләй. Ә бына «Күңелле старттар» балаларҙы физик яҡтан ғына үҫтермәй, уларҙы коллективта йәшәргә, команда өсөн яуаплылыҡ тойорға өйрәтә. Бындай ярыштарҙы уҡыусылар бик ярата, теләп ҡатнаша.

Шашка менән шахмат та – күптәрҙе ҡы­ҙыҡһындырған спорт төрҙәренең
береһе. Ярыштарҙы ҡарарға ата-әсәләр ҙә килде. Белем усағыбыҙҙың иң оҫта
шахматсылары IV синыфта икән.
Читайте нас: