+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Киләсәгеңде бөгөндән башла!

Мин иптәштәрем менән Ишембай районының Көҙән ауылынан экскурсиянан ҡайтып киләм. Ә башымда үҙем белгән «Торатау» балалар бейеү ансамбленең бер бейеү көйөнөң һүҙҙәре яңғырай:«…Ирҙәр үлә, башын һала,Бөтмәҫ дандары ҡала».

Мин иптәштәрем менән Ишембай районының Көҙән ауылынан экскурсиянан ҡайтып киләм. Ә башымда үҙем белгән «Торатау» балалар бейеү ансамбленең бер бейеү көйөнөң һүҙҙәре яңғырай:
«…Ирҙәр үлә, башын һала,
Бөтмәҫ дандары ҡала».
Ни өсөн, тиһегеҙме? Бөгөн беҙ, башлап яҙыусы хәбәрселәр түңәрәге ағзалары, республикабыҙҙың үҙаллылыҡ алыу юлындағы юлбашсыларының береһе, милләтебеҙҙең арҙаҡлы улы – Әхмәтзәки Вәлидиҙең йорт-музейына бар­ҙыҡ. Уның директоры, Зәки Вәлидиҙең яҡын ҡан-ҡәрҙәше бул­ған Илдус бабай Шәйәхмәтов бик күп фәһемле хәбәрҙәр һөйләне. Беҙ бөйөк шәхестең нәҫел шәжәрәһе менән таныштыҡ, уның атаһы Әхмәтшаһтың хаж сәйәхәтенән үҙенсәлекле төҫлө фотоһүрәттәр альбомы яһатып, ауылдаштарына алып ҡайтып күрһәтеүенә һоҡландыҡ. Әхмәтзәкиҙең бала саҡтан зирәклеге, хатта юғары белем алғанға тиклем үк арҙаҡлы профессорҙар кимәлендә төплө белемгә эйә булыуы, фәнни хеҙмәттәренең күплеге таң ҡалдырҙы. Ә инде Төркиәнән ҡайтарылған һәм ҡасандыр ир-азаматтың йылы ҡулдары тот­ҡан машина йөрөтөү таныҡлығы, паспорты, үтеге, фотоаппараты, профессор мантияһы һәм башҡа шәхси әйбер­ҙәренә ҡағылыу күңелдәрҙе тетрәндерҙе.
Музейҙың икенсе залында шул осорҙо сағылдырған ауыл өйөнөң эсен күҙаллағас, ябай ғына ауыл малайының үҙ заманы өсөн иҫ киткес алдынғы, аҡыллы булыуы хайран итте. Хатта үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып булһа ла, милләте, халҡы мәнфәғәтен ҡайғыртыу­ҙары һоҡланыу уятты. Шулай инде, «ысын ирҙәр үлһә лә, иле өсөн һалған көстәре дан һәм хөрмәт булып, йылдар аша яңғырай».
Ҡайтыр алдынан күмәкләшеп фотоға төшкәндән һуң, музей­ҙан сығышлай тағы ла бер артыма әйләнеп ҡараным һәм беҙҙе оҙатып ҡалған балауыҙ һынлы Әхмәтзәки Вәлидиҙең: «Ә һин киләсәгең өсөн бөгөн нимә эшләй алаһың?» – тигән ҡарашы күңелемдә уйылып ҡалды.
Мин туған телемдә һөйләшәм һәм уны яратам, биш йәшемдән милли бейеүҙәребеҙҙе өйрәнер өсөн ҡалабыҙҙағы «Торатау» балалар бейеү ансамбленә йөрөйөм һәм үҙ еремә, милләтемә булған һөйөүемде, ғорурланыуымды тиҫтерҙәремә еткерергә ынтылам.
Ҡәҙерле дуҫым! Ә Һин килә­сәгең өсөн бөгөн ни эшләй­һең?

Алтынай АРЫҪЛАНОВА, V синыф уҡыусыһы.


Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһы.
Читайте нас: