+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Китапханасы апайыбыҙ

Беҙҙең мәктәптә лә төрлө саралар үтеп тора. Мәҫәлән, күптән түгел Уҡытыусылар, Республика көндәре айҡанлы матур кисә, концерт, башҡорт теле һәм әҙәбиәте ун көнлөгөнә арнап асыҡ дәрестәр, төрлө әҙәби викториналар, интеллектуаль марафондар, конкурстар уҙғарылды.

Беҙҙең мәктәптә лә төрлө саралар үтеп тора. Мәҫәлән, күптән түгел Уҡытыусылар, Республика көндәре айҡанлы матур кисә, концерт, башҡорт теле һәм әҙәбиәте ун көнлөгөнә арнап асыҡ дәрестәр, төрлө әҙәби викториналар, интеллектуаль марафондар, конкурстар уҙғарылды. Әйткәндәй, уларҙы үткәреүҙә мәктәбебеҙҙең китапханасыһы Бәһиә Рафаэль ҡыҙы Хәйбрахманова ла әүҙемлек күрһәтте. Октябрь айында Ғаилә йылына бағышлап тасуири уҡыу буйынса кисә ойошторҙо. Уҡыусылар хикәйәләр буйынса фекер алышты, йырҙар башҡарҙы, төрлө интеллектуаль уйындарҙа ҡатнашты. Үҙҙәренең ғаиләләре тураһында яҙып килтергән иншаларын да уҡып ишеттерҙе.
Бындай сараларҙан тыш, Бәһиә Рафаэль ҡыҙы уҡыу залында һәр ваҡыт төрлө тематик күргәҙмәләр ойоштора, гәзит-журналдар менән таныштыра. Шуға күрә лә китапхана тәнәфес ваҡытында, хатта каникулдарҙа ла ҡыҙҙар, малайҙар менән шығырым тулы була.

Лилиә ЗАКИРОВА.

Нефтекама ҡалаһы, 6-сы мәктәп.
Читайте нас: