Тыштағы ҡар бөртөктәре кеүек ап-аҡ күлдәктәр кейгән ҡыҙҙар, малайҙар тормоштарындағы иң изге, яҡын кешеләрен – әсәйҙәрен бер юлы биш йыр йырлап ҡотланы. Әсәләр көнө – яңы ғына беҙҙең тормошҡа ингән был байрам баш ҡаланың 166-сы башҡорт балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе кескәйҙәр өсөн мәртәбәле бер сара булды. Биш йәшлек малайҙар һәм ҡыҙҙар күркәм кисәгә әсәйҙәрен саҡырып, тамашаны бик йәнле итеп үткәрҙе. Һәр бер бала шиғырҙар уҡып ишеттерҙе, ғәзиз кешеләренә ҡораманан эшләгән открыткаларын да бүләк итте. «Башҡортостан», «Һөйөклө әсәкәйем», «Айҙар-ғынайым», «Мин үҙемде яратам», «Әсәйемә» йырҙарын бигерәк оҫта башҡарҙылар. Кескәйҙәр «Ҡурсаҡтар»ҙы бейеп күрһәткәс, ҡыҙҙар «Бала биләү», «Кер элеү» уйындарын уйнап, ярышып та алды.
– Әсә булыу – иң ҙур бәхет! Ҡәҙерлеһенең муйынын ҡосҡан бала ҡулдарын иң матур биҙәүес менән юҡҡа сағыштырмайҙар бит. Ошондай матур биҙәүес таҡҡан әсәйҙәребеҙҙе данланыҡ бөгөн, – тине төркөм тәрбиәсеһе Азалиә Дим ҡыҙы Баймырҙина.