+15 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
7 Декабрь 2018, 15:11
«Беҙ – гимназистар!»
Шулай тип аталды тантанабыҙ. Быйыл да был йоланан ситтә ҡалмай, гөрләтеп тамаша залында байрам үткәрҙек. Уҡыусыларым менән йырҙар, бейеүҙәр, тасуири итеп шиғыр һөйләргә өйрәндек. Беренсегә килгән балалар гимназист тигән исемгә тап төшөрмәҫкә, тырыш, уңған, ҡыйыу һәм тәрбиәле булырға һүҙ бирҙе.
Шулай тип аталды тантанабыҙ. Быйыл да был йоланан ситтә ҡалмай, гөрләтеп тамаша залында байрам үткәрҙек. Уҡыусыларым менән йырҙар, бейеүҙәр, тасуири итеп шиғыр һөйләргә өйрәндек. Беренсегә килгән балалар гимназист тигән исемгә тап төшөрмәҫкә, тырыш, уңған, ҡыйыу һәм тәрбиәле булырға һүҙ бирҙе.
Быйыл Талбазы башҡорт гимназияһының гимназистар сафын ун алты уҡыусы тулыландырҙы. Ун малайыбыҙ һәм алты бөртөк ҡыҙыбыҙ бар беҙҙең. Уҡыусыларым тырышып-тырмашып белем серҙәренә өйрәнә. Дәрестән һуң теләп «Мөғжизәле палитра», самбо, ҡурай, фольклор, шахмат, «Мәҙәниәтле мәктәп» кеүек түңәрәктәрҙә, музыка мәктәбендә шөғөлләнәләр.
Аллаға шөкөр, уңыштары ла күҙгә күренә башланы: «Башҡортостан ҡоштары» VIII республика интернет-конкурсында туғыҙ уҡыусым – таныҡлыҡ, Бөтә Рәсәй предмет-ара онлайн-олимпиадала Ислам Әлмөхәмәтов һәм Никита Синявский – Маҡтау ҡағыҙҙары, «Ҡағыҙ тапшырып, ағасты һаҡлап ҡал!» акцияһында Әхсән Байков Рәхмәт хаты алды. Шулай уҡ үҙебеҙҙә Ғаилә йылына арнап уҙғарылған «Назаров уҡыуҙары»нан да ситтә ҡалманыҡ. Һайлап алыу турында биш уҡыусым ҡатнашһа, икенсе турға Таһир Әхмәтов менән Карина Ғиззәтуллина үтте. Карина «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Тамара Юлдашева ҡулынан Маҡтау ҡағыҙына һәм иҫтәлекле китапҡа лайыҡ булды.
«Гимназистар сафына алыу» байрамында уҡыусыларым ҡунаҡҡа килгән апай-ағайҙарына, ата-әсәләренә матур сығыштар әҙерләгәйне, математика, уҡыу, әлифба, урыҫ теле дәрестәрендә өйрәнгән белемдәрен күрһәтте. Уларҙың йырға, бейеүгә, һөйләүгә лә маһирлыҡтарын белде килгән ҡунаҡтар.
Киләсәктә лә тик уңыштарға ғына өлгәшеп, уҡыусыларымдың яңы үрҙәр яулап, тырышып уҡыуҙарын теләйем. Ата-әсәләргә һәр ваҡыт шулай балалар өсөн ваҡыттарын йәлләмәүҙәрен, улдарын, ҡыҙҙарын мәктәп менән бер йүнәлештә тәрбиәләүҙәрен теләр инем.
Розалиә ЙӘЛИЛОВА, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы, Талбазы башҡорт гимназияһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?