-5 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
7 Декабрь 2018, 15:08
Иң-иңдәр билдәләнде
Мәктәбебеҙҙә уҡыуҙа һынатмаған, спортта ла һәр саҡ алда барған, йыр-моңға ғашиҡ, бар яҡлап та һәләтле балалар байтаҡ. Яңыраҡ үткән «Иң-иңе» конкурсы быны тағы ла бер ҡабат иҫбатланы.
Мәктәбебеҙҙә уҡыуҙа һынатмаған, спортта ла һәр саҡ алда барған, йыр-моңға ғашиҡ, бар яҡлап та һәләтле балалар байтаҡ. Яңыраҡ үткән «Иң-иңе» конкурсы быны тағы ла бер ҡабат иҫбатланы.
Байрам сараһы төрлө номинацияларҙа ойошторолдо. Киләсәктә сәхнә йондоҙо булырға хыялланған Фирзәлиә Ҡарамышева, Лиана Мәхмүтова, Алтынай Ғарифуллина, Йәнгүзәл Ҡаһармановалар үҙҙәренең матур йырҙары менән таң ҡалдырһа, Рәсилә Мәсәғүтова, Гүзәл Сәйфетдиновалар ҡыҙыҡлы фокустарын күрһәтеп, тамашасыларҙы шаҡ ҡатырҙы. Алина Мәхмүтова оҫта итеп, еренә еткереп башҡорт бейеүен башҡарһа, Рәфилә Мәсәғүтова үҙенсәлекле заманса бейеү тәҡдим итте. Тамаша залы алҡыштарға күмелде. Әйткәндәй, Рәфилә, Рәсилә, Рәфил – өс игеҙәк. Улар заманса бейеү менән өс йыл элек шөғөлләнә башлағайны. «3R» командаһын булдырып, үҙ аллы бейеүҙәр өйрәнеп, мәктәптә үткән сараларҙа, район кимәлендәге бәйгеләрҙә ихлас ҡатнашалар. Киләсәктә – табип, юрист, геолог һөнәрҙәрен үҙләштерергә теләгән игеҙәктәр, бейеүҙе бер ҡасан да ташламайбыҙ, тиҙәр. Ә бына Сынтимер Билалов һүҙҙәрҙе «һә» тигәнсә киреһенсә әйләндереп, әйтә алыуы менән аптыратты.
Жюри ағзалары бәйгеселәргә баһалар ҡуйып барҙы һәм еңеүселәрҙе билдәләне. Улар район кимәлендә һайлап алыу турына барып ҡайттылар. Һөҙөмтәлә, Лиана, Гүзәл, Рәсилә – конкурс финалистары. Ҡыҙҙарға киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын!
Айгөл СӨЛӘЙМӘНОВА, йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы, Әбделмәмбәт мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән