-5 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

«Күбәләктәр» күңел асты

Беҙҙең 50-се балалар баҡсаһының «Күбәләктәр» төркөмөндә төрлө тематик иртәлектәр үткәреү матур йолаға әйләнгән. Иң һөйөндөргәне – бөтә сараларҙа ла ата-әсәләр ихлас ҡатнаша. Әсә көнө һәм Ғаилә йылына арнап «Мин һәм минең балам» тигән иртәлек уҙғарҙыҡ.

Байрамға оҙаҡ әҙерләндек, ошо темаларға шиғырҙар ятланыҡ, йыр­ҙар өйрәндек. Ынйы Әлибаева, Ричард Ҡорбанов, София Ситникова, Йәсминә Вәлитова, Арыҫлан Ғәҙелшин, Тимур Насретдинов, Әҙилә Ҡусҡарова һәм Роберт Нагорный сатнатып башҡортса сығыш яһаны. «Үҙеңде тасуирлау буйынса таны» уйынында һәр әсә үҙен танырға тейеш ине. «Үҙ әсәйеңде тап» уйыны ла бик ҡыҙыҡлы булды.

Уйын-көлкө, шат тауыштарҙан бүлмә яңғырап торҙо. Артабан һүҙ игеҙәк ҡыҙҙар Асель менән Гүзәл Әхтәмоваларҙың ғаиләһенә бирелде. «Ял көндәрен күңелле лә, шул уҡ ваҡытта ҡыҙҙарыбыҙға фай­ҙалы ла итеп уҙғарырға тырышабыҙ. Бергәләп тышҡа саф һауаға сығабыҙ, күгәрсендәр ашатабыҙ, төрлө тәмлекәстәр бешерәбеҙ», – тип һөйләне Нурия ханым.

Кескәйҙәр ата-әсәләренә символик бүләк тә әҙерләгәйне: үҙ ҡулдары менән ҡағыҙҙан эшләнгән ҡыҙыл йөрәк тапшырҙылар.

Инсиә ФӘРХЕТДИНОВА, Лира БАЙСУРИНА, тәрбиәселәр.

Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: