+21 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
7 Декабрь 2018, 16:03
Мәктәп музейыбыҙ бар
1975 йылдан алып мәктәбебеҙҙә тыуған яҡты өйрәнеү музейы эшләй. Ундағы һәр экспонат – тарихи күренеш, быуындар араһында бәйләнеш тотоуҙа, тәжрибә уртаҡлашыуҙа күпер хеҙмәтен үтәй. Уҡыусыларҙа белем алыуға ынтылыш, ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатынан сығып, ҡайһы бер тәрбиәүи сәғәттәр, дөйөм күҙәтеү рәүешендәге саралар мәктәп музейында үткәрелә.
Унда дүрт бүлек бар: «Дүсән ауылы», «Колхоз тарихы», «Тыуған ил һаҡсылары» һәм «Дүсән мәктәбенең тарихы».
Ауыл Бөйөк Ватан һуғышына 146 улын оҙатҡан, уларҙың 79-ы әйләнеп ҡайтҡан, ә 67-һе яу яланда ятып ҡалған. Мәҫәлән, Миңләхмәт Саяхов, Хажиәхмәт Ҡыямов батырҙарса һәләк була. Тыуған ил уларҙы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләй.
Беҙҙең ауылда беренсе совет дипломаты Кәрим Хәкимов тыуып үҫкән. Музейҙа уға бағышланған айырым мөйөш булдырылған. Синыф сәғәттәрендә, түңәрәк ултырыштарында ошо бөйөк шәхестең тормош юлына күҙәтеү яһайбыҙ.
Йәмилә НАСИРОВА, музей етәксеһе.
Бишбүләк районы, Дүсән мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?