Яңы йыл байрамы ла етеп килә. Бар ерҙә әҙерлек һиҙелә. Өфө ҡалаһы урамдары төрлө ялтырауыҡлы гирляндалар менән биҙәлә, майҙансыҡтарға ҡупшы шыршылар ҡуйыла.
Беҙҙең китапханала ла әҙерлек бик ҡыҙыу бара. Ярҙамға кескәй дуҫтарыбыҙҙы – китап уҡыусыларыбыҙҙы саҡырҙыҡ. Иң тәүҙә Яңы йыл байрамы тураһында әңгәмәләшеү барҙы, артабан ҡыҙҙар, малайҙар Ҡыш бабайҙан ниндәй бүләктәр көткәне тураһында һөйләне, ә ҡайһы берҙәре теләктәрен сер итеп ҡалдырҙы. Яңы йыл, Ҡыш бабай, ҡар бөртөктәре тураһында йырҙар өйрәнеп, йырлап та алдыҡ. Китапханаға шыршы ултыртып ҡуйҙыҡ, ә уйынсыҡтарын балалар үҙ ҡулдары менән эшләп элде.
Китапханасылар рәхмәт әйтеп, Яңы йыл байрамына саҡырыу ҡағыҙҙары биреп, оҙатып ҡалды.
Шулай итеп, был көн бик күңелле, китап уҡыусыларыбыҙҙың иҫтәрендә ҡалырлыҡ булып үтеп китте.
Айгөл ЙӘҺҮҘИНА, 47-се моделле балалар китапханаһы китапханасыһы.