Асҡар ауылында урынлашҡан «Миләш» балалар баҡсаһында кескәй дуҫтарыбыҙҙың эпосты ятлау конкурсында жюри ағзаһы булып ҡатнашырға тура килде. Бына балалар баҡсаһы. Ихатаһынан алып башҡорт рухы… Тотош бер стена булып «Әбйәлил» әкиәте, яҡташ яҙыусыларыбыҙ, ете ҡыҙ, беҙҙең яҡтарҙа үҫкән киптерелгән шифалы үләндәр, урындыҡ, һандыҡ… Һанап бөтөрөрлөк түгел, барып күрһәгеҙ, яҡшыраҡ булыр.
Ярыш бик сәмле үтте. Күҙҙәренән нур сәсеп торған был кескәйҙәрҙең ата-әсәләренә, тәрбиәселәренә һоҡландым. Бындай балалар бар икән, киләсәгебеҙ ышаныслы беҙҙең. Өс йәштән алып алты йәшкә тиклем ун бәйгесе ҡатнашты. Мәҫәлән, иң кескәй Ильяс апаһы Гүзәлиә Хоҙайбиргәноваға эйәреп ятлай башлаған.
«Бәпембә» төркөмөнән (тәрбиәсеһе – Гәүһәр Марат ҡыҙы Суфиянова) Рәсүл Ғәбитов, Әмилә Исламғолова, Гүзәлиә Хоҙайбиргәнова, Арина Иҫәнбулатова, Илдан Мөхәмәтғәлин бәйгелә ҡатнашты. Эпостың иң күп – 52 юлын Әмилә ятлаған, Гүзәлиә иһә – 33, Илдан – 29-ҙы.
Әбйәлил районы, Асҡар ауылы.