Ә уларҙың балалар менән бергә сығыш яһауы байрамға тағы ла йәм өҫтәне. Бигерәк тә Искәндәр Байғужиндың әсәһе Зимфира Рәшит ҡыҙының шиғыр һөйләүе, Нәзирә Таймасованың әсәһе Лилиә Мирғәли ҡыҙының «Һөйөү менән тыуһын һәр бала» йырын башҡарыуы, ҡыҙҙарҙың коллектив бейеүҙәре көслө алҡыштарға күмелде.
Әсәләргә арналған байрам һәр кемдең күңелендә яҡты кисерештәр, йылы тойғолар ҡалдырҙы. Ҡәҙерле кешеләребеҙ рәхмәт әйтеп, өйҙәренә ҡыуанып ҡайтып китте.
Гөлсинә МӘҒӘФҮРОВА, китапханасы.
Хәйбулла районы, Юлбарыҫ ауылы.