+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
14 Декабрь 2018, 12:41

Ҡәҙерҙәрен беләйек!

Әсәйҙәр көнөнә бик ентекле әҙерләндек. Уҡыу­сылар араһында шиғыр яҙыу­сылар бәйгеһе, һүрәттәр конкурсы ойоштор­ҙоҡ. Ә «Изгеләрҙән-изге әсәләр!» ки­сәһенә әсәй­ҙәр­ҙе саҡырҙыҡ.

Унда бала­лар яҡындарына арнап шиғырҙар һөйләне, йыр­ҙар йырланы, бейене. Матур те­ләктәр ҙә әйтелде, ҡотлауҙар ҙа яңғыраны, презентация, видео-ҡотлауҙар күр­һәтелде.

Балаларҙың үҙ ҡулдары менән әҙерләгән бүләк-открыткалары әсәйҙәргә бик оҡшаны. Кисәлә әүҙем ҡатнашҡан уҡыусыларға, синыф етәкселәренә ҙур рәхмәтемде еткерәм.

Байрам көндө генә түгел, әсәйҙәрҙең ҡәҙерен һәр ваҡыт беләйек!

Айгөл ҺАТЛЫҠОВА, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.

Ауырғазы районы, Талбазы башҡорт гимназияһы.


Читайте нас: