+9 °С
Ясна
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
14 Декабрь 2018, 11:47
Мәктәп сәхнәһендә – «Йөрәк һүҙе»
Беҙҙең мәктәптә әленән-әле төрлө мауыҡтырғыс кисәләр, ҡыҙыҡлы уйындар һәм аҙналыҡтар үтеп кенә тора. Яңыраҡ республикабыҙҙа дәррәү күтәреп алынған «Йөрәк һүҙе» проекты сәхнәгә сығарылды. Был кисәгә әҙерлек ныҡлы булды һәм һәр кем ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Ул ғәзиз әсәйҙәребеҙгә бағышланды.
Кисә ҡотлау һүҙенән башланып китте, ә аҙаҡ инде «Йөрәк һүҙе» конкурсы уҡыусылар тарафынан әҙерләнгән концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Сәхнәгә бер-бер артлы мин – әсәйем менән, Сөмбөл Мостафина – улдары Фәрүәз һәм Заһит менән, Ләйсән Медаева – ҡыҙҙары Дилбәр, Динә һәм Дилә менән, Зөмәрә Кинйәкәева – ҡыҙы Йәмилә менән, Зәлиә Ҡарасурина – ҡыҙы Нурзилә, ике улы Хәниф һәм Сәлим менән, Рәүилә Кинйәкәева ҡыҙы Наҙгөл менән сыҡты. «Әсә һәм бала» сығыштары бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. Әсәйҙәрҙең шиғри юлдарында балаларына булған изге теләктәре, өгөт-нәсихәттәре еткерелһә, ә инде балаларҙың һүҙҙәрендә ҡәҙерлеләренә булған ихтирам, рәхмәт һүҙҙәре сағылды. Еңеүсе һәм әүҙем ҡатнашыусы ғаиләләргә мәктәп етәкселеге исеменән иҫтәлекле бүләктәр, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
Был бай йөкмәткеле һәм фәһемле кисәнән барыбыҙ ҙа илһам алып, күтәренке күңел менән таралыштыҡ.
Айгөл ДАУЫТОВА, VI синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы, Яуымбай мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?