+25 °С
Ясна
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
14 Декабрь 2018, 12:55
Ожмах уларҙың аяҡ аҫтында
Рәхмәт яуһын беҙҙең әсәйҙәргә,Уларғалыр бөтөн ауырлыҡ.Әсәйҙәргә яҡты йондоҙҙарҙанЙә ҡояштан һәйкәл һалырлыҡ.
Ошо мәғәнәле һүҙҙәрҙе дауам итеп, ноябрь айының һуңғы аҙнаһында беҙ ҡәҙерле кешеләребеҙҙе данлап, уларға булған иң йылы, изге рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерҙек. Илаһи сарабыҙ «Ожмах әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында» тип исемләнде.
Был матур кисәне үткәреүгә беҙҙең синыф яуаплы булды. Шуның өсөн бик ентекле әҙерләндек. Күркәм байрам уңайынан мәктәп буйынса иншалар, шиғырҙар, һүрәттәр конкурсы ойошторҙоҡ.
Кисәбеҙ ҡәҙерлеләребеҙгә бик оҡшаны. Ҡыуанып ҡарап ултырҙылар. Зарема Замир ҡыҙы Ғайсина етәкләгән «Тамъян» балалар бейеү, Фәүриә Ғаммар ҡыҙы Йәрмөхәмәтованың «Ҡыҙыл ҡыҙҙары» вокал ансамблдәренең, Дәүләт Зиннур улы Ҡадиров етәкләгән ҡурайсылар сығыштары барыһының күңеленә хуш килде.
Ә театр түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр «Умырзая» әкиәтен сәхнәләштереп, үҙҙәрен ысын артистар итеп танытты. Әсәйҙәребеҙгә булған рәхмәтебеҙҙе һәр береһенең күңеленә үтеп инерлек итеп еткерергә тырыштыҡ.
Гөлдәриә ФӘТХУЛЛИНА, V синыф уҡыусыһы.
Әбйәлил районы, Амангилде мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән