+20 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
14 Декабрь 2018, 13:00
Яҡшылыҡ ҡына теләй
Донъялағы иң яҡын, ҡәҙерле кешеләрҙең береһе бит ул әсәйҙәр. Сөнки улар беҙгә иң ҡәҙерле бүләк – ғүмер биргән. Күпме йырҙар, шиғырҙар яҙылған үҙҙәре хаҡында.
Әсәйем Тәслимә Өмөтҡужина 1970 йылда Шәмсиҡәмәр һәм Ғәфүр Исҡаҡовтарҙың иң төпсөк ҡыҙҙары булып донъяға килә. Бәләкәйҙән шуҡ, егәрле, апай, ағайҙарына терәк-таяныс була. Мәктәпте тамамлағас, артабан уҡыу форсаты теймәй. Сөнки оло йәштәге ата-әсәһенә өйҙә ярҙамсы кәрәк була, уларҙы ташлап ситкә китә алмай. Колхозға һауынсы булып эшкә төшә. Һынатмай, һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә генә йөрөй. 1993 йылда атайым менән матур ғаилә ҡоралар. Колхоз тарҡалғас, әсәйем төп иғтибарын балаларын ҡарауға бүлә. «Нимә генә булһа ла, тырышып уҡығыҙ», – ти беҙгә һәр саҡ.
Һәр әсә үҙ балаһы өсөн яҡшылыҡ ҡына теләй. Беҙ уларҙың ышаныстарын аҡларға, йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тейеш. Ниндәй генә ауырлыҡтар килеп сыҡмаһын, әсәйҙәребеҙ һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тора бит.
Әлиә ӨМӨТҠУЖИНА, XI синыф уҡыусыһы.
Әбйәлил районы, Амангилде мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?