Бөрйән йәштәре һәм студенттарының берлеге үткәргән фатирник беренсе тапҡыр ойошторолдо. Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, тиһәләр ҙә, ул шаулап-гөрләп, дәртле тулҡында үтеп китте. Яҡташтар берлеге ҡала, республика кимәлендәге сараларҙан, спорт бәйгеләренән, ярыштарҙан да ситтә ҡалмай. Район данын яҡлаған матурлыҡ бәйгеләре, музыкаль конкурстарҙа ҡатнашҡан Бөрйән йәштәренә ҙур терәк, ярҙам күрһәтә улар. Был ойошмаға әүҙем тормош яратҡан, яңылыҡтарға ынтылған ҡыҙҙар, егеттәр инә ала.
Сараны берлектең етәксеһе Инсур Кинйәбаев асып, баш ҡалабыҙҙа үткән спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашып, Бөрйән данын яҡлаған әүҙем спортсы егеттәрҙе бүләкләне. Унан һуң Ильяс Айытбаев, Нәфис Зәйнуллин, Ринат Йәмилев үҙҙәренең дәртле йырҙары менән фатирниктың музыкаль өлөшөн башлап ебәрҙе. Айгөл Йәмилеваның шиғырҙары һәр кемдең күңеленә хуш килде. Әйткәндәй, фатирниктан һуң йәш шағирә тап Бөрйән йәштәренә бағышлап шиғыр ҙа ижад итте. Дамир Мәсәлимов йәштәргә думбыра моңдарын, ҡобайырҙан өҙөк тәҡдим итте. Бөрйәндең тағы ла бер шәп егете Динар Ғайсиндың гитарала уйнап йырлауы ла бик оҡшаны. Бергәләп йырлап, йәштәрҙе тағы ла берләштереп, дәртләндереп ебәрҙе.
Хуш еҫле сәй, тәмлекәстәр менән һыйланып, уйындар уйнап алғас, сара дәртле бейеүҙәр менән дауам итте. Яҡташтар менән саф башҡортса аралашып, үҙ көй-моңдарыбыҙ аша бер кискә Бөрйәнгә ҡайтып әйләнгәндәй булдыҡ.