+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
21 Декабрь 2018, 17:20

Аҡмулла музейына сәйәхәт

Бөйөк мәғрифәтсе Аҡмулланың тыуған көнө алдынан Туҡһанбай ауылына барҙыҡ. Унда яҡташыбыҙ, яҙыусы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты, музей директоры Фә­нис Фәтих улы Янышев ҡаршы алды.

Беҙҙең өсөн бик ҡыҙыҡлы экскурсия үткәрҙе. Һәр экспонат тарих һөйләй, һәр стенд күпме мәғлүмәт туплаған. «Әсәһе Бибиөммөгөлсөм үлгәндә, ул бәләкәй бала ғына бу­ла. Атаһы Камалетдин – ауылдың муллаһы. Тәүге һабаҡтарҙы атаһынан ала. Унан инде Мәнәүезтамаҡ, Әнәс ауылдарындағы, Стәрлебаштағы мәҙрәсәләрҙә уҡый, шағир Шәмсетдин Зәки дәрестәрен тыңлай. Күп сәйәхәт тә итә. Ярты ғүмере Ырымбур, Троицк, Ҡазан, Ҡостанай, Петропавловск ҡалаларында, Төркмәнстан, Ҡа­ҙағстан далаларында үтә. Күп яҙыусылар һәм шағирҙар, мәғрифәтселәр менән осраша, аҡын, сәсәндәр менән ҙур май­ҙандарҙа бәйге тота. Ҡайҙа ғына булһа ла, уҡытыусылыҡ эшен ташламай, балаларҙы уҡыр­ға, яҙырға өйрәтә, халыҡты аң-белемгә әйҙәй. Мифтахетдин Аҡмулла, Салауат Юлаевтан һуң беренсе булып, үҙ хал­ҡына, баш­ҡорт­тарым, тип мөрәжә­ғәт итә, кешелекте аң-белемгә, дуҫлыҡҡа өндәгән. Уҡыусыларын ул рухлы итеп тәрбиәләгән», – тип һөйләне беҙгә Фәнис Фәтих улы.

Бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштыҡ, фотоға төштөк. Аҡмулла шиғырҙарын һөйләп күрһәттек. Был көн бик күңелле лә, файҙалы ла һәм иҫтә ҡалырлыҡ та булды.


Илфат МӘХИЙӘНОВ, IV синыф уҡыусыһы.
Миәкә районы, Тамъян-Таймаҫ мәктәбе.

Читайте нас: