+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
21 Декабрь 2018, 15:59

Гимназистар сафына ҡабул иттек

Яңыраҡ гимназиябыҙҙа V синыф уҡыусылары өсөн матур кисә үтте. Уларҙы гимназистар сафына ҡабул иттек.

Республикабыҙҙың төрлө райондарынан, ҡалаларынан килгән балаларға, әлбиттә, бер коллектив булып тупланыуы еңел булманы. Гимназиялағы тәртипкә, төрлө уҡытыусыларға өйрәнеп китеүе ҡыйын. Ләкин синыф етәкселәре, тәрбиәселәр, ата-әсәләр ярҙамында был ауырлыҡтарҙы еңеп сығалар.

V «А» етәксеһе Гөлнур Насип ҡыҙы Нафиҡова әйтеүенсә, балалар үҙ-ара бик татыуҙар. Уҡырға Күгәрсен, Ейәнсура, Көйөргәҙе райондарынан һәм ҡалабыҙҙағы Мөхәмәт Исҡужин исемендәге башланғыс мәктәптән килгәндәр. Альбина Әлмөхәмәтова, мәҫәлән, Ейәнсура ҡыҙы. «Мин яҡшы уҡырға тейешмен. Киләсәктә юғары белемле урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булырға теләйем. Миңә бында бөтәһе лә оҡшай. Тәрбиәсем әсәй кеүек», – тип тәь­ҫораттары менән уртаҡлашты ул. Бишенселәрҙең тәрбиәсеһе Нәсимә Фәйзрахман ҡыҙы Имаҡованы барыһы ла яҡын күрә шул. Бергәләп «Тыуған яҡты өйрәнеү» музейына ла барғандар, ҡаланың иҫтәлекле урындары менән дә танышҡандар. Ҡыҙҙар, малайҙар төрлө түңәрәктәргә йөрөй, бүлмәләрендәге гөлдәргә һыу һибә, китап-дәфтәрҙәрен, кейемдәрен тәртиптә тоторға ла тырыша. Тәүҙә ауылдарын һағынһалар, хәҙер өйрәнделәр. Буш ваҡыттары юҡ тиерлек. Гимназия китапханаһына барырға ла, гәзит-журналдар уҡырға ла, телевизор ҡарарға ла, өй эштәрен эшләргә лә кәрәк. Бер нисә ай эсендә Илдар Әйүпов, Никита Шәғәров, Рүзилә Баймырҙина, Әҙилә Намаҙғолова, Наҙгөл Байбулатова, Әлфинур Шәғәрова үҙҙәрен бар яҡтан да һәләтле итеп күрһәтеп өлгөргән. «Бишенсе синыф уҡыусыларын гимназистар сафына ҡабул итеү сараһына атай-әсәйҙәр ҙә саҡырылды. Улар өсөн концерт номерҙары ҡуйылды. Ата-әсәләр ошо ваҡыт эсендә балаларының өлгәшкән уңыштарын, асылған һәләттәрен күреп шатланды, сөнки байрамда төрлө конкурстарҙа призлы урын алғандарға Маҡтау грамоталары тапшырылды», – ти директор урынбаҫары Земфира Ирек ҡыҙы Усманова.

Бишенселәр артабан да яҡшы уҡырға, тәртип­ле булырға ант бирҙе. Кисә аҙағында уларға «Гимназист» таныҡлығы тапшырылды.

Гөлдәриә ҒАЙСИНА, XI синыф уҡыусыһы.
Күмертау ҡалаһы, 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Читайте нас: